Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Декабрь 2019, 18:35

Яңы йылды ниндәй шыршы менән ҡаршылайһың?

Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Экологик мәғрифәтселек бүлеге Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында "Йәшә, Шыршыҡай!" исемле конкурс иғлан итә.

Конкурста 2 номинация ҡаралған:
1. "Pro Шыршыҡай" - халыҡҡа Яңы йыл байрамы алдынан ылыҫлы урмандарҙы һаҡлауға өндәүсе листовкалар конкурсы. Был конкурста мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Листовкаларҙы төрлө рәсем төшөрөү техникаһында башҡарырға була.
2. "Яңы йылды ниндәй шыршы менән ҡаршылайһың?" - үҙ ҡулдарығыҙ менән, тәбиғи материалдарҙан эшләнгән, бейеклеге 80 сантиметрҙан күберәк булған яһалма шыршыҡайҙар конкурсы.
Был конкурстың төп маҡсаты - халыҡҡа Яңы йыл биҙәге булған шыршының альтернатив юлдарын күрһәтеү.
Экологик конкурс 2019 йылдың 16 декабренән 2020 йылдың 19 ғинуарына тиклем уҙғарыла.
Конкурстарҙың шарттарын һәм талаптарҙы ҡурсаулыҡтың рәсми сайтында, Бәйләнештә һәм Инстаграм социаль селтәрҙәрендәге рәсми биттәрҙә табырға мөмкин.
Һорауҙарға яуапты 8(34792) 7-68-10, 7-68-11 телефондары аша йә-ки [email protected] электрон почтаһы аша белә алаһығыҙ. Иң яҡшы эштәр грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән баһалана. Уңыштар һеҙгә юлдаш булһын!
Шулай уҡ, Яңы йыл байрамы алдынан Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының ҡурсаулыҡты һаҡлау бүлеге район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы, законһыҙ рәүештә ҡырҡылған шыршы һәм ҡарағай ағастары өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы тураһында иҫкәртә. 1739-сы һанлы Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең ҡарарына нигеҙләнеп, бер шыршы ағасын ҡырҡыу менән ҡурсаулыҡҡа килтерелгән зыян күләмен - 8,1 меңдән ашыу сумманы, ҡарағай ағасын ҡырҡҡанда - 14,8 меңдән ашыу сумманы ҡайтарырға тура киләсәк. Тағы ла, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһына ярашлы, әгәр ҙә зыян күләме 5 меңдән дә ашыу икән, был осраҡта енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыу осрағы менән осрашһағыҙ, ҡурсаулыҡты һаҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.
Бер аҙна байрам өсөн генә шыршыларҙы ҡырҡып, тәбиғәткә зыян килтереү дөрөҫмө? Нисәмә йыл рәттән өйөгөҙҙө шыршы биҙәһә лә, был ысынлап та һеҙгә байрам кәйефе бүләк иттеме? Һәм иң мөһиме, быйыл ниндәй шыршы менән Яңы йылды ҡаршылайһығыҙ?
Үткән хаталарҙы ҡабатламағыҙ. Киләһе йылда ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булайыҡ.

Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: