Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Апрель 2020, 16:00

Ҡатын-ҡыз бәхете гөлө (Спатифиллум)

Был сәскәне ултыртыу һауыты ҙур булмаҫҡа тейеш. Гөл үҙен һәйбәт тойһон өсөн һауыттың иң төбөнә күп итеп керамзит һалыр кәрәк (1/3 өлөшө).

Тупраҡ туҡлыҡлы һәм еңел булһын. Уның өсөн: серегән япраҡ, баҡса тупрағы, торф, песок - тигеҙ порцияла болғап һалырға. Күп һыу ҡойорға ярамай.
Гөл февралдән алып октябрь айына хәтлем сәскә ата. Сәскә атып бөткәндән һуң ял иттереп алыр кәрәк. Яҡты һәм шул уҡ ваҡытта һалҡын булған урынға ҡуйып, аҙ-мәҙ генә һыу һибергә (+14'С). Ял итеү ваҡыты 2-3 аҙна була. Ял иткәндән һуң тәҙрә төбөнә кире ҡайтарабыҙ.
Читайте нас: