Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Апрель 2020, 16:00

Лилиә сәскәһен үҫтереү серҙәре

Лилиә сәскәһенең өҫкө яғы ҡояшта, ә "аяҡтары" күләгәлә булһа, үҙҙәрен бик яҡшы тоясаҡ.

Сөнки һуған яғы ҡояш ҡыҙҙырыуына дусар булмаясаҡ.
Лилиә сәскәләре һәйбәт үҫһен өсөн, уларҙың эргәһенә ҡыҫҡа буйлы йәки уртаса буйлы сәскәләр ултыртырға кәрәк. Мәҫәлән, ҡыңғырау, етен, лилейник сәскәләре. Ошо үҫентеләр Лилиә сәскәһенең олонон һәм һуған яғын һалҡын тотасаҡ.
Көнсығыш Лилиәнең һуғанының тупрағын ҡоротмаҫҡа кәрәк.
Азият Лилиәләре тупраҡҡа известь индергәндәрен яратмай. 2 йыл һайын урынын алыштырырға кәрәк.
Читайте нас: