Таблеткалар йомшарып ҡалҡҡас, өҫтөнә ҡар һалабыҙ. Ҡар ирегән саҡта тупраҡты тығыҙландыра, һәм петуньяның тамырын нығыта.
Контейнерҙы ябып йылы урынға ҡуябыҙ.
Рассада ҡапкасҡа еткәнсе асмаҫҡа.
Ҡапҡасты әкрен генә асабыз. Һыу һипкән ваҡытта төбөнә генә ҡойорға.
Тамырҙар ситкә сыға башлаһа, торф таблеткаһын өҙөргә. Һәр береһен айырым һауытҡа күсерергә. Әҙер һатыуҙа булған тупраҡты өҫтәргә. Ул ваҡытта үҫенте аурымаясаҡ.
Йәйрәп матур үҫһен өсөн, 5-6 япраҡ булғас, иң осон өҙөп алалар.
Рассаданы фитолампа менән яҡтыртҡанда 2-2,5 айҙа сәскә ата башлай.