Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Апрель 2020, 13:00

Астра сәскәһен үҫтереү

Бер йыллыҡ астра сәскәһе үҫтереү ауыр булмаған сәскәләрҙең береһе.

Бөтә сорт төрҙәре лә ҡояшлы урынды ярата. Тупраҡ төрҙәренә талапсан түгел. Тупраҡ ҡатнаш еңел балсыҡлы йәки тупраҡ ҡатыш ҡомло булырға тейеш. Әсе, ауыр, һыулы тупраҡлы урындарҙы яратмай.
Астраны рассада менән үҫтереү отошлораҡ. Орлоҡтарҙы тура ергә сәсһәң, астра һуңлап сәскә атасаҡ. Бөтә матурлығын күрһәтеп өлгөрмәйәсәк.
Яңы орлоҡтарҙы март-апрель айҙарында сәсергә кәрәк. Сәсеү алдынан орлоҡтарҙы хлористый цинк йәки сернокислый магний иретмәһена һалыр кәрәк. 1 литр һыуға 0,5 грамм иҫәбендә, 15-18 сәғәт тоторға.
Орлоҡтарҙы 1 см-ҙан тәрән булмаған тәрәнлектә, өҫтөнә яҡшы серетмә йәки таҙа ҡом һалырға.
Бик иғтибарлы булыр кәрәк, сөнки тупраҡҡа күп һыу ҡойорға йәки киптерергә ярамай. 2-4 көндән тамыр ебәрә, ә 7-се көнгә япрағы күренәсәк.
Беренсе япраҡ куренһә, сәскәне минераль ашламалар менән туҡландырырға кәрәк. Азот өҫтөнлөк иткән селитра, гумат ҡулланырға мөмкин.
3-4 япрағы барлыҡҡа килһә, тулы минераль ашлама һалырға.
Яҡшы үҫеү өсөн көндөҙ 16-20 градуста, ә төнөн 12-15 градус йылыла тотоу бик уңайлы.
Үҫентеләрҙе ергә ултыртҡанда сорттары буйынса ҡарайҙар. Тәпәш буйлыларын: 20*20 см араһы менән, урта буйлы уҫентене: 25*25 см, ә оҙон буйлы астра сәскәһен 30*30 см булған ара менән сәсәләр.
Астра ҡабарынҡы, йомшартылған тупраҡ һәм һыу ҡойоуҙарын бик ярата.
Читайте нас: