Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы башҡарма власть органдары составына инде һәм административ ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата протоколдар төҙөй ала.
Инспекторҙар хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта халыҡҡа аңлатыу эштәре үткәргән. Әлегә хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса йәмғеһе 38 протокол төҙөлгән һәм судҡа ебәрелгән. Шуларҙың өсәүһе суд ҡарары аша үткән һәм был граждандар ғәйепле тип танылған. Икәүһе киҫәтелгән, ә бер гражданға 1 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.
Министрлыҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама, Бөрө, Белорет, Сибай, Мәләүез ҡалаларын һәм Мәсәғүт ауылын көслө контроль аҫтына алған.
Йәшәү урыны буйынса үҙизоляция режимын боҙған граждандарға 1 мең һумдан алып 30 мең һумға тиклем; вазифалы урын биләгәндәргә - 10-дан 50 мең һумғаса; юридик белеме булмаған һәм шәхси эшҡыуарлыҡ алып барған кешеләргә 30-50 мең штраф ҡаралған.
Режимды ҡайтанан үтәмәгән граждандарға ҡарата яза көсәйтелә - уларға енәйәт яуаплылығы янай. Йәғни, граждандар 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителергә мөмкин.
Башҡортостан Республикаһының Хәүефһеҙлек советы ҡағиҙәләрҙе боҙған һәм яуаплылыҡҡа тарттырылғандарҙың һаны 2 меңдән 5 меңгәсә етеүе ихтимал, тип белдерә.
Рәсимә СӘЛИХОВА әҙерләне.
Фото Интернет селтәренән.