Таҙалыҡ көнө сиктәрендә төрлө ойошма, учреждение, предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙ биләмәләрен оҙон ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан таҙартты, кипкән үләндәрҙе тырматып тоҡтарға тултырҙы.
Был көндө Белорет мәғлүмәт үҙәге бинаһы эргәһендә лә эштәр ҡайнаны. Һауа торошо үҙгәреп, әле ҡояш, әле ҡар яуыуына ҡарамаҫтан, ойошма хеҙмәткәрҙәре бар ихласлығын һалып, тилбер ҡулдарын эшкә екте. Тиҙ арала тирә-яҡ тәртипкә килтерелеп, таҙарып, күңелле төҫ алды.
Яҙ, бар тереклек уянған мәл булараҡ, һәр эштең башланғысы ла булып тора. Алдағы көндәрҙә лә экологик өмәләр дауам итһен. Таҙа ҡала, таҙа ауыл үҙебеҙ өсөн кәрәк бит.