Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Июнь 2020, 13:00

Ер-әсәнең үгәй балаһы булмайыҡ...

Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау - бѳгѳнгѳ замандың көнүҙәк мәсьәләләренең береһелер, моғайын. Кешелектең тәбиғәткә ҡарата тәьҫире кѳсәйгән һайын Ер шарында экологик хәл дә күҙгә күренеп мѳшкѳлләнә - эсәр һыу, һулар һауабыҙ бысрана, ҡаҙылма байлыҡтар ярлылана, ә иң мѳһиме - кеше һәм Ер-әсә араһында тәбиғи аһәңлелек юғала, был иһә әҙәми затты үҙен уратып алған ғаләмгә ҡарата вайымһыҙыраҡ, рәхимһеҙерәк итә.

Мәғлүм булыуынса, 5 июнь барлыҡ үҫешкән илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау һәм Эколог кѳнѳ билдәләнә. Донъяуи күләмдәге иҫтәлекле датаның тѳп маҡсаты - кешелекте тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мѳнәсәбәттә булырға ѳндәү, экологик мәсьәләләргә сәйәси ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм, әлбиттә, эшмәкәрлеге тирә- яҡ мѳхитте һаҡлау- яҡлауға йүнәлтелгән һѳнәр эйәләренә, ирекмәндәргә ихтирам күрһәтеү ҙә. Үҙ сиратыбыҙҙа, байрам алдынан Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты рәйесе Альберт Фуат улы ИБРАҺИМОВ менән тѳйәктең экологик хәл-торошо, мѳһим мәсьәләләр йәһәтенән әңгәмә ҡорҙоҡ.
► Альберт Фуат улы, Һеҙҙең ҡарамаҡтағы тер­риторияла экологик яҡтан хәлдәр кѳйлѳмѳ?
- Беҙҙең вәкәләткә Белорет, Әбйәлил, Бѳрйән, Учалы райондары, Межгорье ҡалаһы биләмәләрендә кѳнкүреш һәм производство ҡалдыҡта­рының әйләнешен контролдә тотоу, атмосфера, һыу ресурстарын, ер аҫты байлыҡтарын, тѳбәк әһәмиәтендәге ҡурсыуға мохтаж тәбиғи тер­риторияларҙы һаҡлау кеүек бурыстар инә.
Дѳйѳм алғанда, районы­быҙҙа әллә ниндәй глобаль проблемалар, экологик ава­рия осраҡтары юҡ. Әлбит­тә, тиҫтә йылдар элгәре, һыу буйҙарында ауыл хужалығы һәм производство объектта­ры урынлашҡан саҡта, һыу ресурстарының бысраныуы йыш күҙәтелде, әммә улар тарҡалыу менән был пробле­ма ла юҡҡа сыҡты.
Бѳгѳн һорау тыуҙырған тѳп мәсьәлә - әлеге лә баяғы кѳнкүреш һәм производ­ство ҡалдыҡтары. Тѳйәктә йәмғеһе 35 рѳхсәт ителгән сүплек һәм бѳтѳн Урал аръяғына берҙән-бер ҡаты кѳн- күреш ҡалдыҡтары полигоны бар.
► Әйткәндәй, һәр ауылды тиерлек “законһыҙ” сүп-сар түгеү урындары йәмһеҙләй...
- 2018 йылдың октябренән ғәмәлләшкән “Экология” милли проекты буйынса 2024 йылға барлыҡ санкциялан­маған сүплектәр бѳтѳрѳлѳр­гә тейеш. Был йәһәттән уча­лылар әүҙем булып сыҡты - ҡыҫҡа ваҡыт эсендә унда 9 сүплек юҡ ителде. Беҙҙә иһә эштәр, ысынлап та, һүл­пән бара, күҙгә күренерҙәй һѳҙѳмтә бар тип әйтеп бул­май.
► Ә бына яңы “сүп-сар” реформаһы буйынса ауыл ерендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу системаға һалынды тиергә мѳмкинме?
- 2019 йылдың 1 ғинуарынан башлап һәр тораҡ пункт ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар ѳсѳн махсус майҙансыҡтар, уңайлы контейнерҙар менән тәьмин ителергә тейеш ине. Бѳгѳн бары тик Асы ауылы хакимиәте генә был эште ту­лыһынса бойомға ашырған - унда 4 контейнер майҙансығы файҙаланыуға тапшырылған. Йәнә шул: Сермән һәм Ни­колаевка ауыл хакимиәттәре сүп-сар ѳсѳн тәғәйен майҙан­сыҡтарҙы бюджет иҫәбенә йыһазландырасаҡ. Башҡалар иһә әлегә тик контейнерҙар менән генә сикләнгән. Әй­тергә кәрәк: “Эко-Сити” тө- бәк операторының сүп-сар ташыу автомобилдәре, төрлө сәбәптәр арҡаһында, ҡайһы бер ауылдарға барып етмәй. Был хәл, нигеҙҙә, ете тонна­лыҡ транспортты күтәрер­лек күперҙәрҙең, шулай уҡ юлдарҙың булмауына бәйле. Мәҫәлән, Инйәр, Нура, Абҙаҡ ауыл Советына ҡараған төп­көл ауылдарға тап ошо сәбәпле машиналар үтә алмай. Хәйер, яңы система яйға һа­лынғансы, минеңсә, байтаҡ ваҡыт талап ителер. Үҙе­геҙ ҙә күреп тораһығыҙҙыр, берәүҙәр сүп-сарын тоҡтарға тултырып тейешле урынға илтһә, икенселәр ҡыйҙы әле булһа урман-ҡырҙарға сығарып түгә. Хатта үҫеш­кән илдәрҙә лә бындай ре­форма юлға һалынғансы ете йыллап ваҡыт уҙған...
Әңгәмәнең дауамын "Урал"дың 5 июнь һанында (№45) уҡырға мѳмкин.
Читайте нас: