Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Август 2020, 15:10

Экологик бурыс көнө

Бер йыл эсендә планетабыҙ тарафынан етештерелгән барлыҡ ресурстарҙы кешелек юҡҡа сығарып бөтөргән көн - 2020 йылда 22 авгусҡа тура килә. Был хаҡта Бөтә донъя экологик эҙ селтәре (GFN) белдерә.

Бөтә донъя экологик бурыс көнө кешелектең Ерҙәге булған байлыҡтарҙы ни тиклем тотоноуын, планетабыҙҙан һәм киләсәк быуындарҙан күпме бурысҡа алыуын күрһәтә. Быны асыҡлау өсөн GFN хеҙмәткәрҙәре кешелек тарафынан биоресурстарҙы сарыф итеү тиҙлеген (кешелектең экологик эҙен) һәм планетабыҙҙың тергеҙелеп өлгөрөү ваҡытын сағыштыра. Экологик бурыс көнө ни ҡәҙәр иртәрәк килеп етһә, кешелек шул тиклем киләсәк быуындар алдында күберәк бурыслы. Әгәр дата йылдың аҙағына күсһә, бурыстар ҙа аҙыраҡ кеүек. Мәҫәлән, 2019 йылда был көн 29 июлгә тура килһә, 2018 йылда 1 августа билдәләнде.
Күреүебеҙсә, үткән йылдар менән сағыштырғанда, быйыл экологик бурыс көнө бер аҙға йыл аҙағына күсте. Белгестәр быны пандемия айҡанлы индерелгән үҙҡурсаланыу режимы, халыҡтың ҡулланыу һәләте кәмеүе, транспорт һәм сәнәғәт тарафынан тирә-яҡ мөхиткә килтергән зарарлы матдәләрҙең әҙәйеүе менән аңлата. Шуға ҡарамаҫтан, килеп тыуған ҡатмарлы иҡтисади хәл осоронда эре бизнес тарафынан экологик талаптарҙы йомшартырға өндәүҙәрен ишетергә тура килә. Экологик контролдең етерлек кимәлдә булмауы етди фажиғәләргә килтерә лә инде. 29 майҙа мәңгелек туңлыҡ районында урынлашҡан Норильск ҡалаһында 21 мең тоннанан ашыу дизель яғыулығы ағып сығыуы арҡаһында килеп сыҡҡан ғәҙәттән тыш хәлде ошоға миҫал итеп күрһәтергә мөмкин. Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыян күләме 150 млрд һумда баһаланды, ә тәбиғәткә был фажиғәнән һуң нисәмә тиҫтә йыл тергеҙелергә кәрәк.
Планетабыҙҙың ресурстарын иҫәпһеҙ-һанһыҙ, хатта вәхшиҙәрсә ҡулланыу һәм ҡырыу тирә-яҡтың деградацияһына, уның дауамы булып биотөрлөлөктөң кәмеүе, уңдырышлы тупраҡ ҡатламының бөтөүе, климат үҙгәреү һәм башҡа һөҙөмтәләргә килтерә. Тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыу һәм аңлы рәүештә эш алып барыу ғына киләсәк быуындарға һәм планетабыҙға ярҙам итәсәк.


Азамат Байрамғәлин,
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы
методисы.

Читайте нас: