+13 °С
Облачно
Антитеррор
Вк
Ок
Телеграмм
Дзен
MAX
Экология
15 Августа 2020, 10:15
"Ҡырмыҫҡа иләүе" акцияһы
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының экологик мәғрифәтселек бүлеге "Ҡырмыҫҡа иләүе" акцияһы сиктәрендә "Ҡырмыҫҡалар тураһында хәстәрлек күрәбеҙ" һәм " Урман ярҙамсылары ҡырмыҫҡалар" исемле конкурстар иғлан итә.Акция 17 августан 19 октябргә тиклем дауам итәсәк.
"Ҡырмыҫҡалар тураһында хәстәрлек күрәбеҙ" - ҡырмыҫҡа иләүҙәрен кәртәләү һәм төҙөкләндереү буйынса презентация йәки видео-форматтағы отчёттар конкурсы. Ҡатнашыусылар-
ҙың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ.
"Урман ярҙамсылары ҡырмыҫҡалар" - рәсемдәр конкурсы. Ҡатнашыусыларҙың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ. Ҡатнашыусыларға билдәләнгән тема буйынса рәсем һүрәтләргә тәҡдим ите-лә. Иң яҡшы рәсемдәр "Аманат" балалар-үҫмерҙәр журналының ноябрь һанында баҫылып сығасаҡ.
Конкурстарҙың шарттары һәм талаптары менән www.south-ural-reserve.ru адресы буйынса ҡурсаулыҡтың рәсми сайтында һәм @southuralreserve һылтанмаһы буйынса Инстаграм һәм southuralreserve_official һылтанмаһы буйынса Бәйләнештә социаль селтәрҙәрендә танышырға мөмкин.
Барлыҡ һорауҙар буйынса 8(34792) 7-68-11 телефонына йәки revet_ecopro@mail.ru электрон почтаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"