2019 йылдың 18 ноябрь көнө. Көньяҡ Урал ҡурсаулығының "Кесе Ямантау һырты" экологик һуҡмағы. Тап ошонда - ҡара шыршы ботаҡтарында, ерҙән 3 метр бейеклектә "Белем көнө"нөң бүләге: кешеләрҙең экологик белемһеҙлеге арҡаһында күктән Ер-Әсәгә сүп-сар булып төшкән шарҙар бәйләнмәһе осраны. Дөрөҫөрәге - шатлыҡ тантанаһынан ҡалған ҡалдыҡтар.
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы инде бына 2 йыл төрлө сараларҙы ойоштороусыларҙы һауа шарҙарын күккә осороуҙан тыйылырға саҡыра. Күптәр был ғәмәлдә насар һәм аяныслы бер нәмә лә юҡ, бары шатлыҡ килтерә, иҫтә ҡала тип уйлайҙыр. Тик был төптән уйланылмаған, 5 минутлыҡ шатлыҡ өсөн тәбиғәтте һәләк итеүгә йүнәлтелгән аҙым.
Төрлө сараларҙа һауа шарҙарын осороуҙы тыйыу талабы менән иң тәүҙә Алыҫ Көнсығышта урынлашҡан махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре хеҙмәткәрҙәре сыҡты. Сөнки бындағы хайуандар һәм ҡоштар донъяһы ҡурҡыныс аҫтында тора. Мәҫәлән, гөбөргәйелдәр һыуға төшкән шарҙарҙы медуза икән тип ашай. Бик күп ҡоштар шарҙарҙың бауҙарына сырмалып һәләк була. Хатта кит өсөн дә үлемесле улар.
Бына тағы ла уйландырырлыҡ мәғлүмәттәр: һауа шарҙары осоролған ерҙән 80 саҡрымды ел ыңғайына осоп үтеүе мөмкин. Һуңынан улар сүп-сар булып урман-яландарға, йылғаларға төшә. Латекстан эшләнгән шарҙар юҡҡа сыҡҡансы 4 йыл үтә, фольга ҡатыш эшләгәндәре - 200 йылғаса, ә капрон бауҙар - 100 йылға тиклем ерҙә ята. Был ваҡыт эсендә күпме зарарлы матдәләр тупраҡ һәм һыуға бүленеп сыға, күпме ҡош, йәнлек аҙыҡ урынына алданып йә сырмалып һәләк була.
Мәктәптәрҙә шарҙар осороу йолаһын бүтән төрлө файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла саралар менән алыштырырға мөмкиндер. Мәҫәлән, ағастар, сәскәләр ултыртыу, сыйырсыҡ оялары йә тағараҡтар әҙерләп элеү. Әлеге мәлдә төрлө флешмобтар ҙа популяр, иҫтә ҡалырлыҡ берәй арт-проект эшләргә лә була. Улар араһында панно, мозаика эшләү булһынмы, картина, фотолар һәм иҫтәлекле яҙыуҙар менән китап эшләү һәм башҡалар.
Тәбиғәткә зыян килтергән ғәҙәттәрҙән арынырға ваҡыт. Киләһе саралар матур, ә иң мөһиме - тәбиғәткә зыян килтермәҫлек итеп файҙалы үтһен.
Азамат Байрамғәлин,
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы методисы.