Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Сентябрь 2020, 12:00

Аҡсабан

Аҡсабан йәки аҡ өйрәк (рус. Луток, малый крохаль, лат. Mergellus albellus) - өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Ҡайһы бер диалекттарҙа аксабыр, аҡсумғыс тип тә йөрөтәләр.

Ғәҙәттә, был төр өйрәктәр аҙыҡ-емгә бай булған, урман менән
ҡапланған яр буйҙарын үҙ итә. Ояларын улар аҡрын ағымлы йылға йә күл буйҙарында, ылыҫлы йә ҡатнаш урмандарҙа ҡоралар. Ағас ҡыуыштарында оялайҙар. Йыш ҡына аҙыҡ эҙләү йә ял итеү маҡсатында, тыныс урын эҙләп, аҡ өйрәктәр бер урынды икенсеһенә алыштыралар. Һыу өҫтөнән һауаға күтәрелеү өсөн аҡсабанға ҙур арауыҡ кәрәкмәй, шуға башҡа өйрәктәр үҙ итмәгән бәләкәй һыу ятҡылыҡтарын да һайлайҙар.
Аҡ өйрәктәр йәмәғәтсел, ҙур булмаған төркөмдәр булдыра. Йыш ҡына башҡа өйрәктәр менән бергә бер төркөмдә осрай. Йәйҙе Евразия ҡитғаһының төньяғында үткәрәләр, таралыу урыны ылыҫлы урмандар менән сикләнә.
Аҡ өйрәктең оҙонлоғо 38-44 см, ауырлығы 1 килограмға етмәй. Ҡанаттарының киңлеге 69 сантиметрға тиклем. Һырты, ҡанаттарының сите, күҙ эргәләре, елкәһе ҡара, ҡойроғо һорғолт ерән. Башында ҙур ғына аҡ бүрке бар. Инә өйрәктең башы һәм бүрке ерән, арҡаһы, ҡабырғалары һоро төҫтә.
Аҡ өйрәктәр март аҙағында йә апрель айында беҙҙең яҡҡа ҡайталар. Оя ҡороу өсөн йыш ҡына тумыртҡа суҡыған ағас ҡыуышын һайлайҙар. Май айында инә ҡош 7-9 йомортҡа һала, бер ай тирәһе баҫып ултыра. Себештәр донъяға килеп, 2 көн үткәс, ояларын ҡалдырып һыуға төшәләр. Инә ҡоштоң хәстәрлекле ҡарашы аҫтында йөҙөргә һәм аҙыҡ табырға өйрәнәләр.
Аҡсабан аҙыҡты көндөҙ эҙләй, уның артынан 4 метр тәрәнлеккә тиклем сумырға мөмкин. Был өйрәк балыҡ, һыу бөжәктәре, ҡарышлауыҡтар менән туҡлана. Тәлмәрйен һәм һыу үҫемлектәренән дә баш тартмай.
Һирәк осраған күсмә ҡош. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә осош барышы ваҡытында ғына билдәләнә. Оло Инйәр йылғаһында, Рәүәт йылғаһының урта ағымында, бәләкәй урмандарҙа осрағаны бар. Башҡа ерҙәрҙә тәбиғи йәшәү урындарын юғалтыу ҡурҡынысы аҫтында булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер аҡ өйрәктәр кеше ҡулы тыуҙырған һыу ятҡылыҡтарын һәм ландшафттарҙы һайлайҙар.

Азамат Байрамғәлин,
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы методисы.
Анна Голубева фотоһы.

Читайте нас: