Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Сентябрь 2020, 13:40

Шыршылар шаулап үҫер

19 сентябрҙә Башҡортостандың барлыҡ төбәктәрендә,шул иҫәптән район-ҡалабыҙҙа Республика Хөкүмәте бойороғо менән “Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит!” девизы аҫтында “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы үтте.

Быйыл “Йәшел Башҡортостан” һәм “Еңеү урманы” акциялары “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе менән берлектә ойошторола һәм
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап үткәрелә.
Акция Пенсия фонды идаралығы эргәһендә старт алды. Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Лавренов сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдереп, акцияның маҡсаты тирә-яҡты йәшелләндереү, йәмләндереү генә түгел, ә уға мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе йәлеп итеү ҙә булып тороуын, алдағы көндәрҙә үтәсәк сараларҙа тағы ла күберәк халыҡ ҡатнашыуын теләне. Ағас үҫентеләрен ултыртыу тәртибе ентекләп аңлатылғандан һуң, күңелле көйҙәр аҫтында барыһы ла эшкә тотондо.
Был көндө ҡала предприятиелары, хеҙмәт коллективтары, муниципаль район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм студенттар ярҙамында ҡаланың Киров урамындағы юл ситенә, Мата аръяғы-2 биҫтәһендә һәм Сталевар һәйкәле эргәһендәге юл ситенә 150 шыршы үҫентеһе ултыртылды.
Ошо уҡ көндө ҡалала йылға-күлдәргә мәрхәмәтле ҡараш булдырыуҙы, халыҡта экологик мәҙәниәтте үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Таҙа яр” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Белорет быуаһының яр буйы активистар ярҙамында сүп-сарҙан таҙартылды.
Читайте нас: