Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Октябрь 2020, 14:15

Файҙалы ла, күңелле лә эш

Абҙаҡ урта мәктәбенең VII, X класс уҡыусылары (етәкселәре Д.Т. Хәйруллина, Л.И. Мырҙагилдина, Р.М. Байбулатова) "Потенциал-Недра" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә ҡарағай үҫентеләре ултыртыу өмәһендә ҡатнашты.

Уҡыусылар билдәләнгән ваҡытҡа йыйылып, үҫентеләр ултыртыу өсөн тәғәйенләнгән биләмәләргә юлланды. "ПотенциалНедра" йәмғиәте ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙы бик йылы ҡаршы алды. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында әңгәмә үткәргәндән һуң, мәктәп уҡыусыларына “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһының маҡсаты, үҫентеләрҙе нисек дөрөҫ ултыртырға кәрәклеге аңлатылды.
Эш алдынан уҡыусыларға йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең логотиптары төшөрөлгән сағыу футболкалар бүләк итте. Ағас ултыртыуға йәлеп ителеүселәр кәрәкле инструменттар, һаҡланыу саралары менән дә тәьмин ителде.
Мәктәп урмансылығының иң әүҙем ағзалары үҫентеләр алып эшкә тотондо, йәш хәбәрселәр иһә йәмғиәт директоры Илсур Дауытовҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Илсур Ғүмәр улы әйтеүенсә, 2019 йылда Абҙаҡ мәктәбе менән "Потенциал-Недра" йәмғиәте араһында килешеү төҙөлгән. Абҙаҡ мәктәбендә уңышлы эшләп килгән көрәш, биатлон түңәрәктәрен ойоштороуҙа йәмғиәт тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелеүен дә билдәләп китеү урынлы булыр. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары менән һөнәр һайлау буйынса маҡсатлы эш алып баралар, икенсе йыл рәттән ағас ултыртыу акцияһында ҡатнашалар.
- Быйыл да бер нисә мең ҡарағай үҫентеләре алып, был проектты дауам итергә булдыҡ, - тине йәмғиәт етәксеһе һәм уҡыусыларға ағас ултыртыуҙың, урманды тергеҙеүҙең мөһимлеге хаҡында бәйән итте.
Абҙаҡ мәктәбе уҡыусыларының бындай проекттарҙа ҡатнашыуы тәүгә түгел. Улар урман хужалығы үткәргән экологик сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүселәр рәтенән төшмәй.
- Беҙҙең мәктәптә 1997 йылдан алып "Йәш урмансылар" түңәрәге эшләп килә, ағас ултыртыу, тирә-яҡты таҙартыу өмәләре, "Йәшел шыршы" акциялары бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы үтә, - тип һүҙгә ҡушыла "Йәш урмансы" түңәрәге ағзаһы Радмир Әбүзәров.
Бындай сараларҙы ойоштороуҙа мәктәп директоры Гөлшат Рауил ҡыҙы Йомағужинаның эше баһалап бөткөһөҙ. Уның юғары ойоштороу һәләтенә эйә булыуы, һәр башланғысты башҡалар менән кәңәшләшеп эшләүе, ылыҡтыра белеүе хуплауға лайыҡ.
Был көндә уҡыусылар йөҙләгән ҡарағай үҫентеһе ултыртты, эш араһында ял минуттары ойоштороп, күңелле башҡорт халыҡ уйындары уйнап алғас, тағы ла дәртләнеп киттеләр.
Эш бөткәс, уйнарға ярай, тигәндәй, "Потенциал-Недра" йәмғиәте ойошмаһы балаларҙы өмә аҙағында тәмле бутҡа, йылы сәй менән һыйланы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Балаларҙың тәбиғәттәге бер көнө бушҡа үтмәне. Киләсәк быуында тирә-яҡ мөхиткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатын күҙаллап үткәрелгән файҙалы ла, күңелле лә был сара үҙ маҡсатына иреште тип әйтергә булалыр. Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ауылды йәшелләндереүҙә, уны таҙа тотоуҙа, йәшел ҡалҡаныбыҙ - урмандарҙы һаҡлауҙа көсөбөҙҙө, ваҡытыбыҙҙы йәлләмәйек!

Дилә ХӘЙРУЛЛИНА,
рус теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы.
Читайте нас: