Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Ғинуар 2021, 11:05

Объективта - ҡурсаулы тәбиғәт

"Ҡурсаулы тәбиғәт менән берлектә" тип аталған Көньяҡ Урал ҡурсаулығының фотокүргәҙмәһе ҡурсаулыҡ сигендә ятҡан ауыл-ҡалалар буйлап сәйәхәт итеүен дауам итә. Үткән 2020 йыл эсендә был күргәҙмә Белорет ҡалаһында һәм Сермән, Инйәр, Асы ауылдары халҡын ҡыуандырһа, быйыл 22 ғинуарҙан был сара үҙ эшен Межгорье ҡалаһында башланы.

Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары фотоларҙа ҡурсаулыҡтың Кесе Ямантау, Нәре, Машаҡ кеүек тау-һырттары, Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр һәм ҡоштар донъяһы вәкилдәре менән таныша ала. Шулай уҡ экологик маршруттар менән дә танышып, тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙе планлаштырырға була. Фотоларҙың авторҙарына килгәндә, бында Рәмил Йосопов, Сергей Степанов, Александр Филиппов, Владимир Горбатовский кеүек киң билдәле фотографтарҙың һәм ҡурсаулыҡта эшләп киткән Рәил Байтирәков менән Валерий Алексеевтың эштәре ҡуйылған.
Фотокүргәҙмә Межгорье ҡалаһының Мәҙәниәт үҙәгендә 24 февралгә тиклем була. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ҡурсаулыҡтың социаль селтәрҙәрендә танышырға мөмкин.

Көньяҡ Урал ҡурсаулығының
матбуғат хеҙмәте.
Е. Савинова фотоһы.

Читайте нас: