Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Март 2021, 13:00

Баҡсасыға кәңәштәр

Асыҡ тупраҡҡа үҫентеләр ултыртыу күп яҡтан уның ҡасан сәселеүенә, шулай уҡ һауа торошо шарттарына бәйле:

баклажандар - 25 май - 5 июнь; боростар - 20 май - 5 июнь; помидор - 15 май - 5 июнь; ҡыяр - 25 май - 10 июнь; ҡабаҡтар, кәбеҫтә - 20-31 май; һуған - 25 апрель - 15 май.
Урамда ҡыш булһа ла, баҡсасылар «старт һыҙығы»на сығып баҫырға йыйына инде. Ҡайһы бе-рәүҙәр инде баҫҡандарҙыр. Орлоҡто нисек тә иртәрәк сәсеп, иртәрәк мул уңышын да алғы килә бит. Был календарҙы үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ!
Помидор
Май башында теплицаға күсереп ултыртыу өсөн орлоҡтарҙы февраль аҙағы - март башында сәсәбеҙ. Асыҡ тупраҡҡа күсереп ултыртыу өсөн - апрель башынан апрель урталарына тиклем. Помидор асыҡ тупраҡҡа күсереп ултыртҡансы оҙон һабаҡлылары - 60-70 көн, ҡыҫҡа һабаҡлылары 45-50 көн тәҙрә төбөндә үҫергә тейеш.
Татлы борос
Теплица, асыҡ грунт ѳсѳн март башынан уртаһына тиклем орлоҡтарҙы сәсергә мѳмкин. Үҫенте ергә күсереп ултыртҡансы 70-75 кѳн үҫергә тейеш. Шытып сығыу ѳсѳн ун кѳн самаһы ваҡыт кәрәк.
Баклажан
Теплица өсөн февраль уртаһынан март аҙағына тиклем сәсәбеҙ. Асыҡ тупраҡ өсөн - март уртаһынан.
Кәбеҫтә
Апрель айында теплицаның бер мөйөшөнә сәсеп, пакет ҡапларға кәрәк. Шытып сыҡҡас, өҫтәмә яҡтыртыу талап ителгәнлектән, өйҙә тартмаға сәсеүҙән мәғәнә юҡ. Ниңә тигәндә, үҫентеләр бик тиҙ оҙонайып китә.
Сельдерей
Ергә күсереп ултыртҡансы, 70 - 80 көн үҫергә тейеш. Орлоҡтарын тәрәнгә күммәйенсә март башында сәсергә кәрәк.
Читайте нас: