Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Март 2021, 12:00

Баҡсасыға кәңәштәр

Үҫентенең ике-өс ысын япрағы барлыҡҡа килгәс, уны һауыттарға күсереп ултыртырға кәрәк. Уларҙың ҙурлығы 8х8 булыу шарт. Был һауыттарҙа үҫенте 20-22 көн үҫә.

Күсереп ултыртыу ваҡытында ауырыу һәм хәлһеҙ үҫемлектәрҙе өҙөп ташлайҙар. Үҫентене бер нисә тапҡыр күсереп ултыртыуҙың сәбәбе күп. Берҙән, һәр күсереп ултыртыу үҫемлектәрҙең үҫешен бер нисә ваҡытҡа тотҡарлай һәм үҫенте һуҙылып үҫмәй. Икенсенән, үҫемлектәр бәләкәй һауытта булғанда, тамыр системаһы һәйбәт үҫә, сөнки артыҡ һыу һауытта йыйылмай, шунлыҡтан тамырҙарға һауа яҡшы үтеп инә. Үҫентене ҙурыраҡ һауыттарға күсереп ултыртып ун биш көн үткәс, үҫемлектәрҙе өҫтәмә туҡландыралар (ун литр һыуҙа бер аш ҡалағы суперфосфат һәм ике аш ҡалағы ағас көлө эретеп, шуны бер төпкә бер стакан ҡулланалар). Ун көндән һуң икенсе тапҡыр туҡландыралар (ун литр һыуға ике аш ҡалағы нитрофосҡа йәки нитроаммофосҡа, шулай уҡ бер төпкә бер стакан). Туҡландырыу һыу һибеү менән бергә алып барыла.
Помидор, борос, баклажан үҫентеләренә һыуҙы йыш һибергә кәрәк, әммә япраҡтарҙы һыулатырға ярамай.
Иртә уңыш алыу өсөн йәшелсәләр ултыртырға планлаштырһағыҙ, парниктарҙы һәм улар ултыртылаһы тупраҡты тәртипкә килтерегеҙ.
Йәшелсәләрҙе иртәрәк сәсергә иҫәпләгән түтәлдәр өҫтөнә торф йәки көл һибеп ҡуйығыҙ. Улар ҡарға тиҙерәк ирергә ярҙам итер.
Читайте нас: