Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Март 2021, 10:00

Мартта баҡса мәшәҡәттәре

Март - тәүге яҙ айы. Йәшелсә баҡсаларында әле ҡалын ҡар ята, бурандары ла ҡабатланып тора. Әммә ҡояшлы аяҙ көндәр арта, яҙҙың яҡынлашыуы инде һиҙелә. Марттың икенсе яртыһында ҡар әкренләп ирей башлай.

Был айҙа йәшелсә үҫтереүсенең төп иғтибары асыҡ грунтта ултыртылырға тейешле йәшелсә культураларының үҫентеләрен өй шарттарында, иртә парниктарҙа, теплицаларҙа үҫтереүгә йүнәлгән була.
Өй шарттарында иртә өлгөрә торған помидорҙы үҫенте өсөн - март башында, һуң өлгөрөшлө сорттарын - 18-22 мартта сәсәләр, ә баклажан, баллы борос үҫентеләре инде март башында беренсе япрағын сығарып өлгөрә. Март башында парниктарҙа иртә өлгөрөшлө кәбеҫтә, шулай уҡ йәшел килеш файҙаланыу өсөн редис, ҡыяҡлы һуған, салат һәм шпинат кеүек культураларҙы сәсеү башлана. Шул уҡ ваҡытта ҡышҡы теплицаларҙа ҡыяр, помидор һәм йәшел йәшелсәләр, тәмләткестәр үҫә, ҡыярҙың иртә өлгөргән сорттарын ултыртыу башлана.
Йәшелсә үҫтереүселәр был айҙа шулай уҡ асыҡ грунт өсөн минераль ашламалар әҙерләүҙе дауам итәләр, баҡсаларҙа ҡар һыуҙары тоторға әҙерләнәләр. Ошо маҡсат менән битләүҙәрҙең ауыш яғына арҡыры рәүештә ҡар өҫтөнә һәр 2 м һайын таҫма-таҫма итеп серетмә йәиһә көл һибәләр, ҡарҙан валдар яһайҙар. Март аҙаҡтарында пленкалы теплицаларға рамдар ҡуялар, ике ҡатлап пленка менән ябырға керешәләр.
Март аҙаҡтарында күпселек баҡсасылар, буш ваҡыттары булғанда, килер ҡоштарыбыҙ - сыйырсыҡтар өсөн оялар эшләп элергә лә онотмайҙар.
Март айында баҡсала ла, өйҙә лә, теплицала ла мәшәҡәттәр бихисап:
тәҙрә төбөндә үҫә торған күпйыллыҡ культураларҙы һәм йәшел тәмләткестәрҙе күсереп ултыртыу (әсе борос, базилик, мелисса); ҡышҡы теплицалағы ҡыяр һәм помидор үҫентеләрен тәрбиәләү; үҫеп килгән помидор һәм борос, сельдерей,
баклажан үҫентеләрен тәрбиәләү.
Читайте нас: