► Әгәр һауа температураһы 5 градустан түбән төшмәй башлаһа, киҫеү эштәренә тотонорға мөмкин тигән һүҙ. Ботаҡты ҡырҡҡас, иғтибар менән ҡарағыҙ: әгәр эсе ҡарайған икән - ботаҡ туңған һәм ағасҡа санитар киҫеү талап ителә тигән һүҙ.
► Туңған-зарарланған ерҙе киҫепалғандан һуң, шул урынды баҡса сайыры менән һыларға онотмағыҙ. Был һынған һәм ҡыуыш барлыҡҡа килгән урындарға ла ҡағыла, сөнки унда төрлө ауырыуҙар килеп сығырға мөмкин.
► Бының өсөн башта ҡыуыштың эсен таҙартырға, аҙаҡ 5 процентлы тимер йәки баҡыр купоросы менән эшкәртергә (бирсәткә кейергә онотмағыҙ) кәрәк.
► Тишектәрҙе цемент боламығы менән (1 өлөш цемент, 3 өлөш ҡом, 1 өлөш известь) һыларға кәңәш ителә. Бер аҙ әлиф ҡушырға мөмкин. Артыҡ
ҙур ҡыуыштар эсенә ваҡланған кирбес онтағы тултырырға кәрәк.