Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Март 2021, 12:00

Үҫемлектәрҙе өҫтәмә туҡландырыр өсөн

Беҙҙең күпселегебеҙ үҙен иртә менән хуш еҫле бер шәшке ҡәһүә йәки сәйҙән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай.

Ғәҙәттә шәшке төбөндә ҡалған ҡәһүә ҡуйыһын йәки сәй төйөрөн ырғытабыҙ, ә улар тупраҡ өсөн ҙур файҙа килтерә ала. Сөнки азотлы матдәләр булыу, үҫемлектәргә уларҙың бүленеү барышында минераль ҡушылмалар рәүешендә кире ҡайта, һәм артабан уларҙы туҡландырыу өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ, уларҙа углерод күп булыу ярҙамында, әлеге матдә тарҡалыу барышында тупраҡта байтаҡ күләмдә углекислый газ барлыҡҡа килә, был үҫемлектәр өсөн бик яҡшы өҫтәмә туҡландырыу булып тора. Бындай туҡландырыу туп­раҡ ҡушылмалары әҙерләр өсөн кәрәк була. Тупрак күләменән 1/3 иҫәбенә тиклем ҡушылмаға эселгән сәй һәм ҡәһүә һалырға, шулай уҡ цитруслылар һәм банандың кипкән ҡабыҡтарын өҫтәргә мөмкин. Шуныһын да иҫтә тоторға кәрәк, сәйҙе әҙерләгәндә һәм киптергәндә уларҙа төрлө бәшмәктәр барлыҡҡа килергә мөмкин. Был әлеге өҫтәмә мик­рофлора килтереп сығарыу өсөн бик ҡиммәтле булыуы хаҡында һөйләй. Шуға күрә тупраҡ ҡатнашмаһы әҙерләгәндә тупраҡты ҡоротҡостар зарарлауҙан һаҡлай торған препараттар кәрәк.
Бындай азотлы өҫтәмә туҡ­ландырыу үҫемлектәр яҡшы үҫһен өсөн тупраҡҡа бик файҙалы һәм ҡоротҡостар менән көрәштә ярҙам итә ала. Шуға күрә, сәй һәм ҡәһүә ҡалдыҡтарын ташлар алдынан, уларҙың файҙалы үҙенсәлектәре тураһында ­уйлағыҙ.
Читайте нас: