Емеш ағастары һәм ҡыуаҡтарын санитар киҫеү көтә был осорҙа. Баҡсала булған ҡарҙы баҡса еләге һәм ҡурай еләге төптәренә өйөргә тырышығыҙ.
Март айында ҡарағат ҡыуаҡтарын тикшерегеҙ. Әгәр уларҙа ҡабарған-бүртенгән бөрөләр күренә икән, уларҙы юҡ итегеҙ. Былай иткәндә һеҙ бөрө талпанынан ҡотолорһығыҙ.