Иммун системаһын нығытырға тырышып, кешеләр хәҙер мультивитаминдарҙы күп күләмдә һатып алалар. Ләкин, йәшелсә, емеш-еләк һәм сифатлы ризыҡ ашаһағыҙ, бының кәрәге юҡ.
«Цивилизациялы йәмғиәттә, яҡшы туҡланған кешегә витаминдар етә. Уларҙың барыһы ла беҙҙең өҫтәлдә. Берҙән-бер осраҡта ҡайһы бер төбәктәрҙә «Йодомарин» һәм өс йәшкә тиклем балалар өсөн D витаминын өҫтәмә биреү һорала. Бынан тыш, бер нисә йыл дауамында мультивитаминдар ҡабул итеү файҙалы ғына түгел, хатта хәүефле тип һанала», - тип билдәләй табип.
Уның һүҙҙәре буйынса, витамин комплекстарын йыш ҡулланыу гипервитаминозға килтерергә мөмкин, был витамин етмәүгә ҡарағанда ла ҡурҡынысыраҡ. Артыҡ витамин ҡулланып, токсикология бүлегенә эләгеүселәр көндән-көн арта бара тип киҫәтә табип.