Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Сентябрь 2021, 12:10

Беҙгә бында йәшәйһе бар

Һуңғы ваҡытта республикабыҙ биләмәһендә урман янғындары ҡотора.

Беҙгә бында йәшәйһе бар
Беҙгә бында йәшәйһе бар

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең районда ла меңәрләгән гектар ерҙәр янып, тәбиғәтебеҙгә ҙур зыян килде. Быға кеше факторымы, әллә көндәрҙең саманан тыш үтә эҫе тороуы сәбәпсеме, әлегә билдәһеҙ.

13 августа Тирлән участка урмансылығы биләмәһенең 13-сө кварталының 11-се бүлендегендә урман янғыны сыҡты. Янғын таулы, шыршы ағастары үҫкән ерҙә булыуы “ҡыҙыл әтәс”тең тиҙ арала киң биләмәгә таралыуына булышлыҡ итә, сөнки ергә ҡойолған ҡоро шыршы энәләре һәм тубырсыҡтар көкөрт кеүек яныусан.

Янғын сыҡҡан урын Тирлән участка урмансылығының Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы сигендәге иң алыҫ кварталы булып тора. Урман юлдарының юҡлығы янғын урынына тиҙ арала барып етергә мөмкинлек бирмәһә, ҡая ишелмәләре ауыр техникаға минераллаштырылған һыҙаттарҙы утҡа яҡыныраҡ һыҙырға ҡамасаулыҡ итә. Ағас тарттырыу тракторы ярҙамында көн дауамында техниканы һәм кешеләрҙе алып барыу өсөн янғын урынына юл һалына. Унда кеше үткеһеҙ ҡуйы урман. Иң яҡыны Тирлән ауылы, ул 35 саҡрым алыҫлыҡта ята. Эргәлә Ирәкташ тауы (күптәргә ул Инзерские зубчатки исеме аҫтында билдәле) булғанлыҡтан, үтә лә ҙур яуаплылыҡ тыуҙыра. Туристар күпләп килгән, күптәрҙең яратҡан урынына әйләнгән матур урындарҙың янғын аҫтында ҡалыуына юл ҡуймау кәрәклеген һәр кем аңлай.

Беренсе көндән үк Башҡортостан Республикаһы урман һағының “Урман янғыны үҙәге”нә ҡараған “Белорет” урман янғыны станцияһы, Тирлән урман хужалығы, “Урман сылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Тирлән бүлеге хеҙмәткәрҙәре янғынды тиҙ арала туҡтатыу өсөн бар тырышлығын һалып көрәшә. Үҙҙәренең генә көсөнән килмәҫлеген аңлағас, муниципаль район хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Тиҙ арала ҡаланың А.Г. Акопян етәкселегендә ҡотҡарыу-эҙләү зона отрядынан - 10, А.Г. Цигельников етәкселегендә Волга буйы төбәк янғын ҡотҡарыу отрядының Өфө филиалынан - 41, начальник урынбаҫары Р.Р. Фәйзуллин етәкселегендә 44-се янғын-ҡотҡарыу часының 28-се отрядынан 10 кеше йәлеп ителә.

Бынан тыш, “Селена” йәмғиәтенән 18 кеше ярҙам итә. Янғын күмәк көс һәм тырышлыҡ менән 21 августа киске сәғәт туғыҙҙа һүндерелә. Был эштәрҙе атҡарыуҙа көс айырыуса “Белорет” урман янғыны станцияһы тракторсылары - Илшат Ибраһимов менән Олег Ибәтулллиндың иңенә төшә. Уларға бығаса кеше йөрөмәгән ҡуйы урман, тау-таш араһынан минераллаштырылған һыҙаттар һыҙырға тура килә. Бай һөнәри тәжрибә, көс талап иткән эште атҡарғанда техниканың да төҙөклөгөн булдырыу, уның емерелеүенә юл ҡуймау өсөн бик һаҡ эш итә улар. Бындай янғын осрағында тап ошо һыҙаттарҙың ғына уны туҡтата алыуын яҡшы аңлайҙар.

Илшат Рәхимйән улы “Белорет” янғын һүндереү станцияһында 2015 йылдан алып эшләй. Техникаһының һәр ваҡыт төҙөк торошта булыуы өсөн бер ҡасан да шәхси ваҡытын йәлләмәгән, уға иғтибарлы булған тракторист таулы ерҙәрҙә янғын
һүндереү өлкәһендә бай тәжрибәгә эйә.

Олег Нәғимулла улы ағас тарттыртыу техникаһында оҙаҡ йылдар эшләп, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән. Коллективта күптән түгел генә эшләй башлауына ҡарамаҫтан, үҙ эшенең оҫтаһы итеп танытҡан - техниканы яҡшы ҡарай, тәжрибәһен эшендә оҫта ҡуллана белә.

Рәсәй урман хужалығы вәкиле, Башҡорстостан Республикаһы буйынса яуаплы В.В. Захаров, минераллаштырылған һыҙаттарҙы ҡарағас, тракторсыларҙың эштәренә юғары баһа бирҙе һәм хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ысынлап та, Илшат Ибраһимов менән Олег Ибәтулллин Ирәкташ тирәһендәге янғынды һүндереүҙә үҙ-үҙҙәрен аямай, ял итмәй, бер туҡтауһыҙ эшләй. Ә бит Тирлән участка урмансылығы биләмәһенең 13-сө кварталының 11-се бүлендегендәге урман янғыны 205 гектар тәшкил итә.

Урмандарыбыҙҙағы янғындарҙы һүндереүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Урманға бай төбәктә йәшәгәнлектән, беҙгә унда ял итәһе, мал-тыуарҙарға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләйһе, еләк-емеш, бәшмәк йыяһы, кемдәргәлер һунарға бараһы бар. Шунлыҡтан тәбиғәтебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлайыҡ, ул беҙҙең һәр беребеҙгә кәрәк.

Наил ӘХМӘТШИН,
Тирлән урмансылығы буйынса бүлек начальнигы.

Автор:
Читайте нас: