Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Ноябрь 2021, 10:35

"Изгелек тағарағы"нда ҡатнашығыҙ!

Ҡышлаусы ҡоштарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында ҡурсаулыҡтың экологик мәғрифәтселек бүлеге “Изгелек тағарағы” исемле конкурс иғлан итә.

"Изгелек тағарағы"нда ҡатнашығыҙ!
"Изгелек тағарағы"нда ҡатнашығыҙ!

Конкурста ҡатнашыусыларға тағараҡтар эшләп, уларҙы йорттар эргәһендә, баҡсала йәки паркта урынлаштырып, ҡоштарҙы даими рәүештә ашатып тороу бурысы тора. Тағараҡҡа килгән ҡоштарҙың исемен билдәләү һәм үҙенсәлектәрен күҙәтеү тағы ла файҙалы булыр. “Изгелек тағарағы” быйылғы йылдың 12 ноябренән башлана һәм 2022 йылдың 21 мартына тиклем уҙғарыла. 1 апрель - Халыҡ-ара ҡоштар көнөндә еңеүселәр билдәләнә.
Ҡоштарға ниңә ярҙам ҡулы һуҙырға һуң, тип һораусылар ҙа табылыр. Уларҙы нисек ашатырға белмәүселәр ҙә барҙыр. Әйҙәгеҙ барыһын да аңлатып үтәйек.
Беҙҙең тарафтарҙа ҡышлаусы ҡоштарға оҙайлы ҡыш һынау осоро булып тора. Улар һыуыҡтан ғына түгел, күбеһенсә аслыҡтан яфа сигә. Ҡар ятыу менән урман-ҡырҙарҙа, яландарҙа аҙыҡ табыуы ауырлаша, шуға күрә күпселек ҡоштар кешеләр йәшәгән урындарға туплана. Ошо ваҡытта ҡанатлы дуҫтарыбыҙға тағараҡтар эшләп, ярҙам ҡулы һуҙыу уларҙы һәләк булыуҙан ҡотҡара ала.
Ҡоштарҙы ашатыуҙың ябай ғына тәртиптәре лә бар. Беренсенән, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ҡыҙҙырылған, майлы, тоҙло йәки шәкәрле аҙыҡ бирергә ярамай. Ҡоштар тары ярмаһын, ҡауын, ҡарбуз, ташҡабаҡ, көнбағыш орлоҡтарын, балан, гөлйемеш, мышар емештәрен, икмәк валсыҡтарын һәм хайуан майын (сало) айырыуса яратып ашайҙар. Тағараҡтағы аҙыҡтың төрлөлөгөнә ҡарап ҡоштарҙың бер нисә төрө йыйылыуы ихтимал. Икенсенән, тағараҡтың һәр ваҡыт таҙа булыуы мөһим: артып ҡалған аҙыҡ күгәреп, сереп төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Өсөнсөнән, ҡоштарҙы бер ашата башлағас уны ғәҙәткә индерергә кәрәк. Сөнки тағараҡта туҡланырға өйрәнгән ҡош һәләк булыуы бар. Балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә тағараҡтар элеп, бергәләшеп ҡоштарҙы “шефлыҡҡа алыу” отошло - күмәкләшеп күҙәтеүҙәр алып барырға була.
Ата-әсәләр балаларына бәләкәйҙән тәбиғәткә ҡарата миһырбанлы булырға өйрәтһә ине. Ҡоштарҙы ашатыу быға тәүге аҙымдыр, бигерәк тә кескәй балалар өсөн ҡыҙыҡлы. Ошо саҡта сабыйҙар менән бергә үткәргән ваҡытығыҙ файҙалы ла, фәһемле лә, күңелле лә булыр!

Азамат БАЙРАМҒӘЛИН.
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы методисы.
ҺҮРӘТТӘ: таҡыя турғай (чечетка).
Илдар ЙОСОПОВ фотоһы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: