Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Декабрь 2021, 16:22

“Еҙем паркы” – тәбиғәт ҡалҡаны

Белорет, Ғафури райондары биләмәһен үҙ эсенә алған “Еҙем паркы” 2018 йылдың октябрендә булдырылғайны.

“Еҙем паркы” – тәбиғәт ҡалҡаны
“Еҙем паркы” – тәбиғәт ҡалҡаны

Ботайҙы уҙғас, Еҙем күперенән башлап Ғафуригә тиклем арауыҡтағы тәбиғәт биләмәһен, хайуандар донъяһын браконьерҙарҙан Һаралы егеттәре Наил Хабрахман улы, Сәлим Мәҫәлим улы Вәлиевтар, Туҡандан Марсель Фәнил улы Абдуллин һаҡлайҙар.

Быйыл эшкә ныҡлап тотондоҡ,- ти “Еҙем паркы” инспекторы Наил Хабрахман улы. – Кәрәкле урындарға аншлагтар ҡуйып сыҡтыҡ, үҙебеҙгә ҡараған биләмә буйлап патрулгә сығабыҙ. Етәксебеҙ Азамат Мәхмүт улы Ибәтуллин үҙе лә килеп, кәрәкле мәғлүмәттәр, күрһәтмәләр биреп китә. Беҙҙең биләмәлә атлап ҡына йөрөрлөк түгел, шуға патрулгә һыбай сығабыҙ. Аҙна һайын рейдтар үткәреп торабыҙ. Беҙҙең төп бурыс – тәбиғәт хайуандарын һаҡлау. Әлбиттә, тәбиғәткә килтерелгән зыянға ла битараф ҡалмайбыҙ, тейешле органдарға хәбәр итәбеҙ.

Эйе, туристарҙың күпләп Еҙем буйлап кәмәләрҙә, катамарандарҙа ағып төшөүе арҡаһында һуңғы йылдарҙа Еҙем буйҙары һиҙелерлек зыян күрҙе: ағастар, ҡыуаҡлыҡтар тәләфләнде, һыу һайыҡты, бысранды. “Еҙем паркы” инспекторҙары был етешһеҙлектәргә кәртә ҡуйыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.

З. Сөләймәнова.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: