Осрашыуҙы Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте башлығы Таңсулпан Тѳлкѳбаева, Зәкиә Муллағолова етәкселегендәге "Ағинәйҙәр" ойошмаһы, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.
"Түңәрәк ѳҫтәл" артында фекер алышыуҙа Баймаҡ районының Өмөтбай, Таһир ауылы һәм Белореттан Земфира Кәримова етәкселегендә Сосновка ауылы ағинәйҙәре лә ҡатнашты. Шулай уҡ Ҡыпсаҡ ауылы хакимиәте башлығы Таңсулпан Тѳлкѳбаева, Монасип ауылы хакимиәте башлығы Хәбир Йомағолов, Бөрйән районы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева, Бөрйән районы ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, Байназар ауылы имам-хатибы Урал Маликов ҡатнашты һәм сығыш яһанылар.
Сарала етди, кѳнүҙәк темалар күтәрелде. Урындағы халыҡты бигерәк тә экология мәсьәләләре борсой. Йәш быуынды матурлыҡ аша тәрбиәләү, ауылды тәртиптә тотоу, йәшәгән урыныңды бысратмау, тәбиғәтте һаҡлау, ауыл эргәһендәге йылға, урмандарҙы таҙа тотоу буйынса һѳйләшеүҙәр генә түгел, ә етди эштәр эшләнеүе тураһында ла бәйән иттеләр.
Бер генә сара ла уңған Ҡыпсаҡ ағинәйҙәренең, ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре күргәҙмәһенән тыш үтмәй. Күҙ яуын алырлыҡ аҫалы балаҫтар, ҡорама түшәктәр, милли кейем өлгөләре, һаҡалдар менән байытылған күргәҙмәнән айырылып китке лә килмәй. Ҡул эштәренең һәр береһе иғтибарҙы үҙенә тартып һоҡландыра.