Балтик фәнни-инженер конкурсы - мәктәп уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй фәнни ярыш, фәнни асыштар өсөн үҙенсәлекле йәрминкә. Санкт-Петербургта 2005 йылдан алып йыл һайын үткәрелгән сараны “Фән ваҡыты” фонды ойоштора.
Өс көн дауамында юғары кимәлдә төрлө сағыу сараларҙа ҡатнашыусылар ҙур тәжрибә һәм үҙ-ара, фән эшмәкәрҙәре, Санкт-Петербургтың студент йәштәре менән аралашыуҙан икһеҙ-сикһеҙ бай тәьҫораттар алып ҡайтты. Күп этаптан торған һайлап алыу һынауҙарын үткәндәрҙе түңәрәк өҫтәлдәр, секция майҙансыҡтарында тикшеренеү проекттарын яҡлау буйынса сығыштар, педагогтар өсөн мастер-кластар, экскурсиялар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көттө.
Каникулдың тәүге көндәрендә Йәш натуралистар станцияһы тәрбиәләнеүсеһе, “Аквамир” түңәрәгендә шөғөлләнеүсе, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VIII класс уҡыусыһы Карина Ғәйфуллинаға етәксеһе Гөлкәй Әмир ҡыҙы Ниғмәтуллина менән фәнни “байрамда” ҡатнашып, “Физиология һәм медицина” секцияһында еңеүсе булыу бәхете тейҙе. Карина бөгөнгө көндә актуаль булған антибиотиктарҙың тәьҫирен өйрәнеүгә арнағайны. Уның был теманы һайлауына пандемия ваҡытында халыҡтың антибиотиктарҙы кәрәгенән артыҡ ҡулланыуҙары мәжбүр иткән.
Уның тикшеренеүҙәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм жюри тарафынан юғары баһаға лайыҡ булды. Улар араһында профессорҙар ҙа, доценттар ҙа, юғары уҡыу йорттары педагогтары, эшҡыуарлыҡ өлкәһе
вәкилдәре һәм йәш студенттар берлеге вәкилдәре бар ине.
Карина “Камиллыҡ өмөт кеүек” секцияһы премияһының бәләкәй шарына һәм I дәрәжә дипломына лайыҡ булды.
Бынан тыш, беҙҙең конкурсанттар Рәсәй Фәндәр академияһының Ж.И.Алферов исемендәге Санкт-Петербург милли-тикшеренеү академия университетының нанотехнологиялар өлкәһендә киң мөмкинлектәр һәм яңылыҡтар менән таныштылар, шулай уҡ Жорес Иванович Алферовтың музейында булып, ысын Нобель миҙалын күреү бәхетенә ирештеләр.
Айгөл ӘХМӘҘИНА,
Йәш натуралистар станцияһы методисы.