Транспорт сараһын һыу ятҡылығына яҡын ҡуйыу
Рәсәй Федерацияһы Һыу кодексының 65-се статьяһына ярашлы, яр буйы һыҙаты ҡәтғи һаҡлана. Был урындарҙа автомобиль менән йөрөргә, парковкаға ҡуйырға ярамай.
Нисек танып белергә һуң һаҡланған яр буйы зонаһын? Әйтергә кәрәк, бындай территория экологияны һаҡлау, һыу ресурстарын бысратыуға юл ҡуймау өсөн хеҙмәт итә. Һыу буйында - йылғамы ул, күлме, диңгеҙме - автомобиль ҡуйырға ярамай. Һеҙ машинағыҙҙы юл буйында, парковкала, дөйөм туҡталҡала ҡалдыра алаһығыҙ.
10 саҡрым оҙонлоҡтан ашмаған йылға-шишмәләр янында машинаны һыуҙан 50 м алыҫлыҡта ҡуйыу зарур. Ошондай уҡ ара һыуһаҡлағыстар һәм күлдәр өсөн дә ҡаралған. 10-50 км оҙонлоҡтағы йылғалар буйында транспот сараһын 100 м алыҫлыҡта ҡуйыу законға ярашлы булыр. Йылға оҙонлоғо 50 саҡрымдан ашһа, водителдәр һыу объектына 200 м етмәй туҡтарға тейеш.
Ҡанундарҙы һанламаусы физик шәхестәргә - 3 мең һумдан 4,5 мең һумғаса, юридик шәхестәргә - 8 мең һумдан 12 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 200 мең һумдан 400 мең һумғаса штраф һалына.
Әйткәндәй, һыу буйында ҙур габаритлы әйбер йыуған өсөн дә 1500-2000 һум күләмдә штраф ҡаралған.
Йәнә шул, һыу ятҡылығына бысраҡ һыу түгеү ҙә закон боҙоуға инә. Язаһы - 1500-2000 һум штраф.
Сүп-сар ташлау
Был йәһәттән беҙҙең халыҡ артыҡ наҙланып тормай: ҡайҙа теләй, шунда һелтәй. Шуға ла әҙәм аяғы баҫҡан урман-тауҙар, һыу буйҙары тотошлай сүп-сар менән тулған. Ҡанунға ярашлы, ял иткән урында, юл буйҙарында ҡалдырылған ҡый өсөн 2000 һум штраф һалына. Ҡапсыҡҡа тултырылған сүп-сарҙы мотлаҡ рәүештә махсус ҡыйлыҡҡа йәки яҡындағы контейнерға илтеп ҡуйыу зарур.
Урманда сүп-сар яғыу
Урман һәм парк массивтарында, ҡурсаулыҡтарҙа сүп-сар (хатта тәбиғи сығанаҡлы!) яғыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Тәртип боҙоусыларға 3000 һум күләмендә штраф янай.
Ҡурсаулыҡтар буйлап сәйәхәт ҡылыу
Бөтөн урмандарҙа ла иркенләп йөрөп булмай: ҡурсаулыҡтарға инер өсөн рөхсәт ҡағыҙы һәм янығыҙҙа гид-хеҙмәткәрҙең булыуы фарыз.
Ҡурсаулыҡта тик экологик һуҡмаҡтарҙан ғына йөрөргә мөмкин. Үҙегеҙ менән йорт хайуандарын эйәртеү, яғыулыҡ материалдары, балыҡ тотоу, һунар итеү, емеш-еләк, бәшмәк йыйыу өсөн ҡоролмалар алыу ҡәтғи тыйыла. Хатта ки һындырылған ботаҡ өсөн дә штраф сәпәүҙәре ихтимал. Ҡайҙа етте, шунда бәҙрәфкә барыу, үҙеңдең артыңдан ниндәйҙер сүп-сар ҡалдырыу, усаҡ яғыу шулай уҡ ярамай. Бының өсөн һуҡмаҡтарҙа махсус тораҡтар ҡаралған. Хәйер, бындай тораҡтарҙың да үҙ сикләүҙәре бар: мәҫәлән, усаҡ яғыу өсөн тик ҡоро-һары ҡулланырға, утты элекке усаҡ урынында ғына тоҡандырырға, артыңдан сүп-сар ҡалдырмаҫҡа һәм башҡалар.
Милли парктарҙа йөрөү ябайыраҡ: бында рөхсәт ҡағыҙы һорамайҙар. Әммә сүп-сар ташлау, теләһә ҡайҙа усаҡ яғыу - ярамаған эш.
Тәртип боҙоусылар 3000 мең һумдан алып штраф түләй.
Усаҡ яғыу һәм мангалдар урынлаштырыу
Урманда усаҡ тупраҡтың минераль ҡатламына тиклем таҙартылған майҙансыҡта ғына яғылырға тейеш. Ағас ҡалдыҡтары янып бөтәс, усаҡты тупраҡ менән күмеп, һыу һибеп ҡуйыр кәрәк.
Мангал өсөн дә махсус майҙансыҡ эшләү зарур. Кире осраҡта барбекю өсөн ҡоролманы урынлаштырыу йәки усаҡ яғыу закон тарафынан тыйыла.
Ғөмүмән, эҫе, ҡоро көндәрҙә урманда усаҡ яғырға, йәһәт тоҡанған предметтарҙы ташлап китергә ярамай. Юғары янғын хәүефе иғлан ителеү менән урманға барыуҙан тыйылып тороуың хәйерле.
Пляжда усаҡ яғыу ҙа сикләүҙәр исемлегендә. Махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына мангалда ризыҡ әҙерләргә мөмкин.
“Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы ҡанунды һанламаусыларға 1000 һумдан 200 000 һумғаса штраф янай.
Бәшмәк һәм емеш-еләк йыйыу
2021 йылда бәшмәк һәм емеш-еләк йыйыу йәһәтенән дә федераль законға төҙәтмәләр индерелде. Яңы ҡанун буйынса, әгәр урман күстәнәстәре һатыу өсөн йыйыла икән, тимәк, урмандың билдәле бер майҙанын ҡуртымға алыу зарур. Кире осраҡта административ йәки енәйәт яуаплылығы янауы мөмкин.
Бәшмәкселәргә лә артыҡ иркенләргә кәрәкмәй: кәрзиндәге үтә бәләкәй бәшмәктәр өсөн 2000 һумғаса штраф янай. Әйткәндәй, наркотик тәьҫирле йәки ағыулы “эшләпәле”ләрҙе лә йыйыу тыйыла. Бының өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228-се статьяһына ярашлы яуап бирергә тура килер.
Тәбиғәтте һаҡлау зонаһында, ҡурсаулыҡ территорияһында емеш-еләк йыйырға ярамай. Закон боҙоусыларға 3000 һумдан 4000 һумғаса штраф һалына, продукция конфискациялана.
Ярамаған урындарҙа һыу инеү
Махсус йыһазландырылмаған урындарҙа, ҡырағай пляждарҙа, кеше аяғы баҫмаған утрауҙарҙа ял итеү ҙә ҡанун боҙоуға тиң. Әйткәндәй, был турала законға йыл һайын үҙгәрештәр индерелеп кенә тора.
Штрафтар һәр төбәктә төрлөсә билдәләнә, бер ерҙә ул 500-1500 һумды тәшкил итһә, ҡайҙалыр 2500-5000 һум күләмендә түләтелеүе ихтимал.
Урманда һәм пляжда иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу
Пляждар, парктар, ҡусаулыҡтар һәм башҡа бихисап ерҙәр - йәмәғәт урындары. Шуның өсөн бында иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу, иҫерек килеш йөрөү тыйыла.
Тәртип боҙоусыларға 500-1500 һум күләмендә штраф янай.
Парк, ҡурсаулыҡ, пляжда тәмәке тартыу
Федераль закондың “Граждандарҙың һаулығын тәмәке төтөнө тәьҫиренән һәм уны ҡулланыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында”ғы 15-се статьяға ярашлы, пляж, парк, ҡурсаулыҡ һәм башҡа йәмәғәт урындарында тәмәке тартырға ярамай.
Урманда тәмәке тартып, янғын хәүефһеҙлеген боҙған ял итеүселәргә лә 1000 һумдан алып штраф ҡаралған. Янғынға ҡаршы махсус режим индерелгәндә иһә был сумма ике тапҡырға арта.
Пляжда хайуандар менән йөрөү
2021 йылдан алып пляжға эт менән йөрөү (насар күргән кешеләрҙе йөрөтөүсе эттәрҙән тыш) тыйылды. Был ҡанун рәсмиләштерелгән йөҙөнөү зоналарына ғына ҡағыла, тимәк, яр буйҙарында дүрт аяҡлы дуҫтар менән һауа алмаштырып килеү яҙыҡ түгел.
Әйткәндәй, зыярат территорияһында, балалар майҙансығында, медучрежденияларҙа, белем биреү, мәҙәниәт, спорт объекттарында, мәҙәни сараларҙа эттәр менән йөрөргә ярамай.
Һис шикһеҙ, тәбиғәт ҡосағында ял итеү мауыҡтырғыс ҡына түгел, шау-шыулы, тынғыһыҙ тормоштан арыныу, стрестан, кире эмоцияларҙан ҡотолоу сараһы ла. Әммә һәр нәмәлә сама белеү, үҙ ҡылығың өсөн яуаплылыҡ тойоу һәм, әлбиттә, ҡанундарҙы һанлау зарур.