Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы белгестәре урман һәм үҙағасты тәләфләүсе ҡоротҡостарҙың төрөн билдәләгән.
Ҡара төҫтәге ҙур һәм бәләкәй мыйыҡлы шыршы ҡуңыҙҙары Рәсәй территорияһында әллә ни киң таралмаған. Улар, нигеҙҙә, ылыҫлы урман массивтарында тереклек итә. Ҡарағай быуын нематодаһын таратыусылар булып һаналалар. Был бөжәктәр Евразия иҡтисади союзының Берҙәм карантинлы объекттар исемлегендә күрһәтелгән.
“Monochamus” ғаиләһенә ҡараған мыйыҡлы ҡара ҡуңыҙҙар мөсһөҙ, кибеп барған һәм кипкән ылыҫлы ағастарға һөжүм итә. Ошоға бәйле, мыйыҡлы ҡара ҡуңыҙҙар үҙағасты тәләфләүсе техник ҡоротоусылар булып һанала. Улар ылыҫлы тоҡомло ағас материалдарға уны әҙерләү, һаҡлау, эшкәртеү һәм ташыу мәлендә, шулай уҡ үртәндәрҙә ныҡ үрсеп, урмандарға, урман материалдары складтарына, ағас әҙерләү урындарына ҙур зыян килтерә. Бынан тыш, карантинлы фитосанитар зонала эшкәртелеп, сикләүҙәрҙе һанламай ситкә сығарылған ағас продукцияһы мыйыҡлы ҡара ҡуңыҙҙарҙың таралыуына, урман үҫентеләренең һәләк булыуына булышлыҡ итә.
Башҡортостан Республикаһында мыйыҡлы ҡара ҡарағай ҡуңыҙына, мыйыҡлы ҙур ҡара шыршы ҡуңыҙына, мыйыҡлы көнсығыш-себер ылыҫ ҡуңыҙына һәм мыйыҡлы бәләкәй ҡара шыршы ҡуңыҙына карантинлы фитосанитар зона һәм карантинлы фитосанитар режим индерелгән.
Парһыҙ ебәк күбәләге (азия төрсәһе) - япраҡлы, декоратив һәм емеш культуралары полифагы үтә ныҡ үрсеү осоронда ылыҫлы ағастарға ла күсеүе ихтимал. Ҡағиҙә булараҡ, ата ҡорттар инә ҡорттарҙы феромон эҙҙәр буйлап эҙәрлекләп, күпкә әүҙемерәк оса (хатта көндөҙгө сәғәттәрҙә лә). Инә ҡорттар ҙа әүҙем - бер нисә саҡрымғаса осоу һәләтенә эйәләр. Аталанғандан һуң, инә ҡорт йомортҡаларын көрән төҫлө төктәр менән ҡаплап, төркөм-төркөм олон, бүкән, лапының аҫҡы өлөштәренә, шулай уҡ ҡая тоҡомдары күренеп ятҡан урындарға һала. Күпләп үрсеү мәлендә йомортҡаларын төҙөлөш объекттарына, судно, вагон, автомашина, контейнерҙарға һәм башҡа урындарға һалыуҙары ихтимал.Ҡарышлауыҡтар көҙгә етлегеп өлгөрһәләр ҙә, йомортҡа тышсаһы эсендә ҡышлайҙар. Яҙғыһын йәш ҡарышлауыҡтар күпмелер ваҡыт олондоң аҫҡы өлөшөндә төркөм менән ултыралар. Һуңынан ағас сатырына күтәрелеп, бөрөләр, япраҡтар менән туҡланалар. Күпләп үрсегән хәлдә, ҙур майҙандарҙы юҡ итәләр. Ата ҡорт ҡарышлауыҡтары - 4-5 тапҡыр, инә ҡорттоҡолар 5-6 тапҡыр ҡау һала. Ҡарышлауыҡ фазаһы 2-2,5 ай дауам итә. Июль урталарына ҡарышлауыҡтар ағас ҡайырыһы араһында, ҡыуыш эстәрендә, ботаҡ саттарында ҡурсаҡлана башлай.
Себер ебәк күбәләге (йыуан ҡорһаҡ күбәләктәр) - хәүефле ҡоротҡос, ылыҫлы тоҡомдарҙың егермеләп төрөн тәләфләй. Айырыуса ҡарағас, кедр, пихта кеүек ағастарҙы ярата, ҡарағайға һәм шыршыға һирәк тейә. Күбәләктәре туҡланмай, ҡарышлауыҡтар ылыҫты тулыһынса ашай, ризыҡ етмәгәндә йәш ботаҡтарҙың йоҡа ҡайырыһы, хатта йәш тубырсыҡтар менән дә туҡлана. Үрсеү юлы - ике енесле. Өсөнсө быуын ҡарышлауыҡтары урман түшәмәһендә ҡышлайҙар. Тулы үҫеш циклы ике йыл дауам итә. Көньяҡ ареалда үҫеш циклы бер йыл эсендә тамамланһа, төньяҡта һәм бейек таулы райондарҙа өс йыллыҡ генерацияларҙы билдәләйҙәр. Ҡоротҡостоң үрсеүе температура режимына һәм ҡарышлауыҡтарҙың ваҡытында диапауза хәленә күсеүенә бәйле. Яҡынса ун йылға бер был бөжәктәрҙең күпләп үрсеүе күҙәтелә. Һөҙөмтәлә, ҙур-ҙур майҙандарҙа ҡиммәтле ылыҫлы тоҡомдар юҡ ителә.
Ылыҫлы урмандарҙа хәүефле ҡоротҡостарҙың үрсеүенә, таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн йыл һайын карантинлы фитосанитар мониторингтар уҙғарыла.
2022 йылда феромон тотҡостар ярҙамында “Monochamus” ғаиләһенә ҡараған мыйыҡлы ҡара ҡуңыҙҙарға - 223590 гектар, парһыҙ ебәк күбәләгенә (азия төрсәһе) - 12490 гектар, себер ебәк күбәләгенә 15544 гектар майҙанда фитосанитар мониторинг уҙғарыласаҡ.
Азамат ШИҺАПОВ,
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте идаралығының дәүләт инспекторы.
Фото: ilskiy.su