Йәй - төрлө емеш-еләктең өлгөргән сағы. Тап ошо осорҙа организмды витаминдар, файҙалы минералдар менән тәьмин итеп ҡалыу зарур. Емеш-еләктә витаминдарҙан тыш организм өсөн файҙалы матдә - антиоксиданттар ҙа бар. Улар күҙәнәктәрҙе ваҡытынан алда тарҡатып, төрлө сирҙәргә юлыҡтырған ирекле радикалдар менән көрәшә. Белгестәр әйтеүенсә, емеш-еләктәрҙәге антиоксиданттар тәбиғи рәүештә күҙәнәктәрҙең ғүмерен оҙайта.
Антиоксиданттар буйынса күк көртмәле (голубика) беренсе урында торһа, ҡара көртмәле - икенсе. Был емештәрҙә ваҡ тамырҙарҙы, капиллярҙарҙы нығытҡан цианидтар күп. Шуның өсөн бындай емештәр күҙ ауырыуҙарын профилактикалау, тире
һығылмалылығын һаҡлау өсөн файҙалы.
Витаминдар күк һәм ҡара көртмәлелә һанап бөткөһөҙ, айырыуса С, В, РР витаминдары, калий, магний, марганец минералдары күп. Күк көртмәлелә йәнә каротиноидтар бар. Бынан тыш, ике емеш тә бензой, лимон, алма, һеркә һәм никотин кислоталарына бай. Улар матдәләр алмашыныуын тиҙләтә. Әммә, шул уҡ ваҡытта, тап ошо кислоталар арҡаһында ашҡаҙан-эсәк (гастрит, колит һ.б.) сирҙәре менән яфаланыусыларға был емештәрҙе ҡулланыуҙа сикләүҙәр бар.
Ҡара көртмәле ҡандағы шәкәр кимәлен кәметә, шуның өсөн ул диабет сире башланырға торғандар өсөн файҙалы булыуы ихтимал. Шулай уҡ көртмәленең холестерин кимәлен кәметеүе лә ғилми йәһәттән иҫбатланған.
Ике емештең дә калориялылығы түбән - артыҡ ауырлыҡ өҫтәлер, тип ҡурҡырға кәрәкмәй, ти, белгестәр. Хатта ҡара көртмәлене ай дауамында самалап ашағанда, бер аҙ ябығырға ла
мөмкин, имеш. Көнөнә, аҙ ҙа түгел, күп тә түгел - 1 стакан емеш ашарға була. Еләктәрҙәге кислоталар эсәклекте ҡуҙғытмаһын тиһәгеҙ, был миҡдарҙы бер нисә өлөшкә бүлеү зарур. Мәҫәлән, иртәнсәк - бутҡаға, көндөҙ йогуртҡа өҫтәп, кискеһен иһә сәй менән ҡушып ашарға мөмкин.
Емештәрҙе оҙағыраҡ һаҡлайым тиһәгеҙ, еләк иҙелмәҫлек итеп туңдырғысҡа нәҙек кенә ҡатламдар менән һалығыҙ. Былай иткәндә, витаминдар һәм файҙалы матдәләр яҡшыраҡ һаҡланыр. Ҡайнатҡанда С витамины һәм В төркөмөнә ҡараған витаминдар, антиоксиданттар юҡҡа сыға.