Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Ғинуар 2023, 10:17

“Изгелек тағарағы”

Республикабыҙҙа, айырыуса районыбыҙҙа ҡыш һалҡын һәм ҡырыҫ. Ә ҡоштарға ҡышын аҙыҡ табыуы еңелдән түгел. Иртәнән алып кискә тиклем ҡоштар үҙҙәренә аҙыҡ эҙләргә мәжбүр. Йылы, мамыҡ йөндәре һыуыҡтан һаҡлаһа ла, аслыҡтан һаҡлай алмай. Шуға сатлама һыуыҡтарҙа, бурандарҙа ҡоштар асығып, күпләп үлә. Ошо ваҡытта кеше ярҙамға килергә тейеш.

“Изгелек тағарағы”
“Изгелек тағарағы”

Аҙналы мәктәбенең башланғыс кластар уҡыусылары ярҙамға ваҡытлы килде. Балалар ҡышҡы миҙгелде ауыр кисергән ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы хәстәрләп, ҡышын ҡоштарҙы яҡлау һәм уларға ярҙам итеү йөҙөнән ойошторолған “Изгелек тағарағы” акцияһында дәррәү ҡатнашып, ҡанатлы дуҫтары өсөн тағараҡтар эшләне. Эштәр төрлө булды: ябайҙарынан алып ҡатмарлыларына тиклем. Һәр уҡыусы үҙ фантазияһын, мөмкинлеген эшкә екте. Балалар ҡағыҙҙан, пластик һауыттарҙан, ағас-таҡтанан тағараҡтар эшләне. Ҡоштар өсөн был үҙенсәлекле "ашхана"ға төрлө ем һалып, кемдер - йорто алдына, кемдәрҙер мәктәп алдындағы ағастарға элде. Шулай ҙа уларҙың һәр береһе ҡоштар өсөн уңайлы.

Ҡоштарҙы ла оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Урман ҡоштары уҡыусыларҙың күңел һалып эшләгән “ашхана”һына шунда уҡ ҡунаҡҡа килде. Хәҙер ҡоштар ҙа өйрәнде, балаларҙың ем һалғанын көтөп кенә торалар.

Проект ярҙамында балалар экологияға ла ҙур өлөш индерә. Бер тағараҡ ҡына ҡышҡы һалҡындарҙа 50 турғайҙы аслыҡтан һаҡлап ҡала. Үҙ сиратында ҡоштар кешелекте кислород менән тәьмин иткән ағастарҙы ҡоротҡостарҙан азат итә.

Ҡоштар - тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Уларҙан башҡа тәбиғәт йәнһеҙ. Һәр бала быны иҫендә тотһон ине! Ә ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам иткән балаларға - афарин!

Ғәзизә ӘХМӘТШИНА,

Аҙналы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: