Был ауырыу 35 административ районда, 6 ҡалала теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта 6 район һәм ҡалала ауырыу уртаса республика күрһәткестәренән ике тапҡырҙан артыҡ тип билдәләнгән, улар - Благовещен, Өфө, Йәрмәкәй, Мишкә, Дәүләкән райондары һәм Октябрьский ҡалаһы.
Беҙҙең районда был сирҙе йоҡтороусыларҙың осрағы теркәлеп тора. Сирҙән һаҡланыу һәм уның эҙемтәләре тураһында үҙәк район клиник дауаханаһының нфекцион ауырыуҙар бүлеге мөдире Гөлнара ХӘСӘНОВА менән әңгәмәләштек.
- Гөлнара Дамир ҡыҙы, бөгөнгө көндә район-ҡалала “сысҡан биҙгәге”н йоҡтороуҙың нисә осрағы теркәлде һәм сир хаҡында яҡынданыраҡ һөйләп үтегеҙ әле?
- Ағымдағы йылда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыусыларҙың 2 осрағы асыҡланды, әлеге көндә реанимация бүлегендә бер егет ята, тик уның диагнозы әле тулыһынса дәлилләнмәне.
“Сысҡан биҙгәге” - тәбиғи сығанаҡлы киҫкен инфекцион ауырыу. Сөнки инфекция сығанағы булып ерән ҡыр сысҡандары, сысҡандар һәм ҡомаҡтар тора. Улар был сир менән үҙҙәре ауырымаһа ла, ауырыуҙы үҙҙәренең тиҙәге, һейҙеге һәм төкөрөгө аша бүлеп сығара.
- Кеше уны нисек йоҡтора?
- Зарарланыу бик еңел. Кимереүселәр кешеләрҙән ҡурҡһа ла, улар кешеләр булған урындарҙа - һунарсылар өйөндә, дачаларҙа, кәбән, бесән өйөмө аҫтында рәхәтләнеп йәшәй. Беҙ уларҙың йәшәү эшмәкәрлеге продукттары менән бысранған аҙыҡ-түлекте, һыуҙы ҡулланып, үләнде тотоп, улар бүлеп сығарған вирустың саңын еҫкәп зарарланырға мөмкинбеҙ. Сирҙе баҡсала йәки дачала эшләгәндән һуң ҡулдарҙы йыумаған осраҡта, урманда сыбыҡ-сабыҡ тотҡанда, палатка ҡуйғанда үләндәрҙе йолҡҡанда, йәки еләк-емеш, бәшмәк йыйғанда йоҡтороу хәүефе бар. Мәҫәлән, беҙ йәйге дачаға килгәс, иң тәүҙә уны таҙартырға, йыуырға, йыйыштырырға тотонабыҙ. Балаҫтарҙы, түшәк-юрғандарҙы ҡағырға, иҙәндәрҙе һеперергә тырышмағыҙ. Иң яҡшыһы - дымлы сепрәк ҡулланыу һәм бирсәткә, битлек (йәки респиратор), күҙлек кейеп эш итеү.
Был сир менән күпселек осраҡта ир-егеттәр һәм актив тормош алып барған кешеләр - балыҡсылар, сәйәхәтселәр, һунарсылар, ғөмүмән асоциаль тормош менән йәшәмәгәндәр сирләй. Сөнки наркомандар, эскелек менән мауыҡҡандар ғәҙәттә бер ҡайҙа ла йөрөмәй.
Әле реанимацияла ятҡан егет иҫке мейесте емереп, иҙәндәрҙе күтәргән булған. Оҙаҡ ваҡыт кеше йәшәмәгән, серегән төҙөлөштәрҙе, йорттарҙы һүткәндә лә бик иғтибарлы булырға, мотлаҡ респираторҙарҙы ҡулланырға кәңәш итәм.
Вирус өҫкө тын алыу юлдары аша кешенең үпкәһенә үтеп инә, артабан ул ҡанға эләгә һәм уның аша микроциркуляция ағзаларын, йәғни бөтә организмдың ваҡ ҡан тамырҙарына зыян килтерә. Тәү сиратта бөйөрҙәр зарарлана, шул уҡ ваҡытта бауырға, үпкәгә, эсәктәргә, баш мейеһенә лә тәьҫире ҙур булыуы бар.
Сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай, йәғни эпидемиологик хәүеф тыуҙырмай.
- Ауырыу билдәләре ниндәй һәм ул нисә төргә бүленә?
- Вирусты йоҡторғас, инкубация осоро башлана - иң әҙе бер аҙна, уртаса - 14 һәм иң күбе 21 көн тәшкил итә. Сирҙең тәүге эҙемтәләре һиҙелгәс, гриптағы кеүек билдәләр - биҙгәк осоро башлана. Ауырыуҙың тән температураһы 39-40 градусҡа тиклем барып етә, башы ауырта, ҡалтырай, күңеле болғана, уҡшыта, дөйөм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә, бил, эс ауырта. Ҡан тамырҙарының микроциркуляцияһы боҙолоу сәбәпле, кешенең күреү һәләтенең насарайыуы күҙәтелә. Күпселек пациенттар үҙен томан эсендә хис итә. Был тап “сысҡан биҙгәге” өсөн хас. Йыш ҡына беҙгә сирле килеп эләккәс, уның “сысҡан биҙгәге”нме, әллә талпан энцефалитын йоҡторғанмы икәнен айырыуы ауыр. Сөнки ике осраҡта ла билдәләр оҡшаш. Кешегә талпан ҡаҙалмаған булһа ла, ул энцефалит менән яҙлы-йәйге осорҙа ҡайнатылмаған һыйыр һөтө аша ла зарарланырға мөмкин. Шуға күрә бер ҡасан да һөттө ҡайнатмайынса ҡулланмағыҙ!
Пациенттан парлы сывороткаға ҡан алына һәм уның һөҙөмтәһе билдәле булғас ҡына диагноз ҡуйыла. Биҙгәк осоро 3 көндән алып 7 көнгәсә дауам итә. Әммә ҡайһы бер осраҡта ул кеше һауыҡҡансы ла дауам итергә мөмкин. Был осор тамамланһа ла, кешенең хәле яҡшырмай һәм иң ауыр - олигурик (ауырыуҙың ҡыҙған) осоро башлана. Бөтә ҡан тамырҙарының һәм бөйөрҙөң эшмәкәрлеге насарая - бөйөрҙөң фильтрациялау һәләте юғала, ҡанда шлактар күбәйә (ғәҙәттә улар һейҙек, йәки башҡа юл менән организмдан бүленеп сыға), ябай һүҙ менән әйткәндә, бөйөрҙәр эшләмәй. Был осорҙа кешенең организмынан һейҙек бүленеп сығыу бөтөнләйгә туҡтарға мөмкин. Бындай пациенттарҙы реанимацияға күсереп, гемодиализ эшләйбеҙ. Гемодиализ сеансы кешенең хәленә ҡарап эшләнә, күпселек осраҡта бер-ике тапҡыр ҙа етә. Уҙған йылда бик ҡаты сирле ҡатын ятты, уға 6 тапҡырға тиклем үткәрергә тура килде.
Олигурик осорҙа сирлеләрҙе ныҡлы күҙәтеү аҫтында тотабыҙ. Ҡәтғи түшәк режимы булдырыла, системалар ҡуйыла, бөйөрҙәге ҡан әйләнешен яҡшыртыусы препараттар һалына. Был осор кешеһенә ҡарап 3-7 көн дауам итә.
Өсөнсө осор - полиурик. Был ваҡытта ауырыуҙың бөйөрҙәре эшләй башлай, әммә концентрациялау һәләте булмай. Ул бик күп һейҙек бүлә башлай һәм организмдан кәрәкле лә, кәрәкмәгән дә матдәләрҙе сығара. Был осор 5-10 көнгә тиклем һуҙылырға мөмкин.
Һуңғы осор - һауығыу. Бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеге бер йыл эсендә генә нормаға ҡайта. Ҡайһы бер осраҡта был сирҙе үткәргәндәр бөйөрҙөң хроник ауырыуы менән сирләргә мөмкин. Әммә был бик һирәк осраҡ. Тәүге айҙарҙа физик көсөргәнешлек, эҫе мунса инеү тыйыла. Һауығып сыҡҡан кешенең үҙенән дә күп нәмә тора. Мәҫәлән, уҙған йылда бер ир тулыһынса һауығып бөтмәйенсә, үҙ теләге менән дауахананан сыҡты. Өс-дүрт айҙан уны дарыуханала осраттым һәм ул терапия бүлегендә киҫкен пиелонефрит менән ятып сығыуын һөйләне, бөйөрҙәренә зарланды. Был тулыһынса һауыҡмайынса дауахананы ташлап китеү һәм табип әйткәнен тыңламау һөҙөмтәһе. Һунар итергә, актив тормош менән йәшәргә өйрәнгән ир ҡайтыу менән урманға барып, яратҡан шөғөлө менән булған. Тағы бер ҡат иҫкәртәм, инфекция атакаһын үткән бөйөрҙәр айырыуса һаҡлыҡты, табиптарҙың әйткәндәрен үтәүҙе талап итә. Актив тормошҡа ни тиклем тиҙерәк ҡайтһағыҙ, бөйөр эшмәкәрлеге лә нормаға оҙаҡ ҡайта. Кире осраҡта киҫкен пиелонефрит менән сирләүегеҙ һәм өс айҙан ул хроник пиелонефритҡа әйләнеүе бар.
Әйткәндәй, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән күпселек Башҡортостанда ауырыйҙар. Сөнки беҙҙә йүкә күп үҫә һәм сысҡандар был ағас үҫкән урында күпләп үрсеп, уларҙың сәтләүеге менән туҡланып көн итә. Беҙҙең районда Инйәр, Асы яғы хәүефле зона иҫәбендә, шулай уҡ Бөрйән районында был сирҙе йоҡтороусылар күп.
- “Сысҡан биҙгәге”нән нисек һаҡланырға?
- Был сиргә ҡаршы вакцинация юҡ, шуға күрә беҙгә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп кенә һаҡланып була. Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү - бөтәбеҙ өсөн дә иң төп сара. Урманда булғанда ла, өйҙә лә, ашар алдынан ҡулдарҙы яҡшылап һабынлап йыуырға, урман-ҡырҙа саҡта йәрәхәт алһағыҙ, яраны тиҙ арала эшкәртергә кәрәк. Йылға-шишмәләрҙең һыуын ҡайнатып ҡына эсергә, йәшелсә-емештәрҙе лә ашар алдынан ныҡлап йыуырға, баҡса йорттарына барғанда бирсәткә һәм битлек кейергә кәрәк. Ябай ғына, һәр кем ҡулынан килгән ҡағиҙәләрҙе үтәү был сирҙе йоҡтороу хәүефен күпкә кәметер. Гәзит уҡыусыларҙың барыһына ла сәләмәтлек һәм һаулыҡтарына иғтибарлы булыуҙарын теләйем!
- Төплө яуаптарығыҙ һәм әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Гөлнара Дамир ҡыҙы!
Рәсимә СӘЛИХОВА әңгәмәләште.
Автор фотоһы.