Урманда онотолоп китеп ял итеп, емеш-еләк йәки бәшмәк йыйыу менән мауығып, аҙашҡанығыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалыуығыҙ бар. Походҡа алдан, ҡайһы бер хәүефһеҙлек өсөн ҡағиҙәләрҙе үтәп әҙерләнергә кәрәк. Был саралар аҙашмаҫҡа, йәки урманда аҙашҡан хәлдә һәм нимә эшләргә белмәгәндә һеҙҙе табырға ярҙам итер. Шулай итеп, нимә эшләргә һәм үҙең менән нимә алырға кәрәк:
- Урманға һунарға, ял итергә, походҡа йәки еләк-емеш һәм бәшмәк йыйырға барғанда, мотлаҡ туғандарығыҙға ҡайҙа барыуығыҙ һәм ҡасан ҡайтырға ниәтләүегеҙ тураһында иҫкәртегеҙ.
- Урманға барыр алдынан һауа торошон тыңлағыҙ. Әгәр һауа шарттары бының өсөн уңайһыҙ булһа, сәйәхәтте кисектереү яҡшыраҡ булыр.
- Унда аҙашмаҫ өсөн (быға һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәк) һәр ваҡыт үҙегеҙ менән зарядлы кеҫә телефоны, һыу һәм аҙыҡ запасы булһын.
- Һәр ваҡыт бысаҡ, ҡоро ҡумтала шырпылар һәм сәғәт алығыҙ - улар паникаға бирелмәҫкә лә, компас кеүек ориентир табырға ла ярҙам итер.
- Әгәр һеҙҙә ниндәйҙер хроник ауырыуҙар булһа, улар киҫкенләшә ала, шуға күрә кәрәкле дарыуҙарһыҙ урманға барырға ярамай.
- Әгәр урманда аҙашырға теләмәһәгеҙ, сағыу кейенегеҙ - камуфляжда һеҙҙе таба алмаясаҡтар. Ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, һары, аҡ курткалар өҫтөнлөклө, шулай уҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы һыҙаттар йәки һүрәттәрҙе лә йәбештерергә мөмкин. Кейем һеҙҙең тәндең мөмкин тиклем күберәк өлөшөн ҡапларға тейеш. Был һеҙҙе йәрәхәтләнеүҙән һәм бөжәктәрҙән һаҡлай.
- Урманға ингәндә һәм унан сыҡҡанда ҡояштың торошон файҙаланығыҙ. Урманға ингәс, ҡояштың ниндәй яҡтан балҡыуын күрергә кәрәк. Әгәр һеҙ урманда аҙашһағыҙ, шул уҡ юлдан урмандан сыҡҡанда ҡояш икенсе яҡта урынлашырға тейеш. Әммә урманда оҙаҡ ваҡыт булғанда ҡояштың көнбайышҡа табан хәрәкәтен иҫәпкә алырға кәрәк. Шуға күрә, кире ҡайтыуҙың дөйөм йүнәлешен ҡояш буйынса билдәләп, анығыраҡ булһын өсөн өҫтәмә һулға тайпылырға кәрәк. Мәҫәлән, урманға ингәндә ҡояш кешенең йөҙөн яҡтырта, урмандан сыҡҡанда ҡояш арҡа яғынан урынлашырға тейеш, әммә һеҙҙең күләгәгеҙ туранан-тура һеҙҙең алдығыҙҙа түгел, ә юл йүнәлешенән бер аҙ уң яҡта төшөргә тейеш.
- Әгәр һеҙ урманда аҙашһағыҙ, һыу өҫтөндә лә ориентирлашырға мөмкин. Урман шишмәләре аша үткәндә һыу ағымының йүнәлешен күрергә кәрәк. Ошо уҡ шишмәне кире сыҡҡанда, һыуҙың ниндәй йүнәлештә ағыуын тикшерергә кәрәк. Әгәр юл дөрөҫ булһа, һыу ағымы урманға ингән саҡтағыға ҡапма-ҡаршы булырға тейеш.
- Урманда аҙашһағыҙ, ҡурҡмағыҙ, туҡтағыҙ һәм ҡайҙан килгәнегеҙҙе уйлағыҙ, ҡысҡырыуҙар, машиналар тауышы, эттәр өргәне ишетелмәйме икәнен тыңлағыҙ. Кешеләргә төрлө тауыштар ориентир табырға ярҙам итә:
- Әгәр урманда аҙашып, тейешле йүнәлеш күрмәһәгеҙ, иң яҡшыһы - “һыуға сығыу” һәм ағым буйлап түбәнгә хәрәкәт итеү. Йылға мотлаҡ йылғаға, йылға кешеләргә алып барасаҡ.
- Мөмкинлек булһа, шунда уҡ белгестәр менән бәйләнешкә инегеҙ: 01 янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың берҙәм номеры (ҡала телефонынан); 101 янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың берҙәм номеры (мобиль телефондан).
- Әгәр аҙашһағыҙ һәм һеҙҙе эҙләйәсәктәрен белһәгеҙ, бер урында ҡалығыҙ һәм усаҡ яғығыҙ - шулай итеп эҙләүселәргә ориентирлашыу еңелерәк буласаҡ.
- Әгәр урманда аҙашһағыҙ һәм нимә эшләргә белмәйһегеҙ икән, һеҙҙе кешеләр күрерлек урында булығыҙ. Иң элек, асыҡ урын табырға кәрәк, бейегерәк ҡалҡыулыҡта, яҡындағы аҡланда шыршы ботаҡтарынан бейек (өс метр) тәре төҙөргә кәрәк. Ғәҙәти тәбиғәттә булмаған һәм вертолеттан күренеп торған билдәләрҙе ҡуйырға. Мәҫәлән, шыршыға сүп-сарҙан биҙәүестәр (бутылкалар, банкалар, чипсы пакеттары һ.б.) элеп ҡуйырға мөмкин.
Рәсимә СӘЛИХОВА әҙерләне.
Наил ШАКИРОВ фотоһы.