Ылыҫлы ағастар йылдың һәр миҙгелендә матур: яҙын сағыу йәш үҫентеләре, көҙөн алтынға мансылған япраҡтар фонында тағы ла йәшелерәк, ә инде ҡышын ап-аҡ күлдәктә ғорур килеш маһайып ултыра. Шыршы һәм аҡ шыршы (пихта) үҙҙәренең дөрөҫ формалары, йәшкелтем күкһел, аҡ көмөшкә мансылған ылыҫы менән билдәле.
Урман йәнлектәре өсөн шыршы һәм аҡ шыршы ҡиммәтле туҡланыу сығанағы булып тора: тубырсыҡтарындағы орлоҡтар туҡлыҡлы матдәләргә бай. Билдәле урман санитары-ҙур ала тумыртҡа көҙгө-ҡышҡы осорҙа тик ылыҫлы: шыршы, аҡ шыршы, ҡарағай тубырсыҡтары орлоҡтары менән генә туҡлана. Урманда ҡайһы берҙә ағас олононоң аҫҡы өлөшөндә йәки төбөндә урынлашҡан “цех”ты күрергә мөмкин. Ҡош бер тубырсыҡты эшкәртеп бөткәс, икенсеһе артынан оса, яңыһын килтергәс, “цех”тан иҫкеһен алып ташлап яңыһын ҡуя.
Тейендәр шыршы туб ырсығына өҫтөнлөк бирә, уның тәңкәләре аҫтынан орлоҡтар эҙләй.
Шыршылар менән шыршы турғайҙарының тормошо тығыҙ бәйле. Улар ояларын ҡуйы шыршы түбәләрендә урынлаштыра һәм ҡауырһын, йөн, мүк менән йылытып төҙөй. Улар шыршы орлоҡтары менән үҙҙәре туҡлана һәм балаларын ашата. Ҡайһы берҙә шыршы турғайҙары ҡарағай менән ҡарағаста ла туҡлана. Шуныһы ҡыҙыҡ, турғайҙар орлоҡтарҙың тик 15 процентын ғына ашай. Ҡалғанын, әгәр тупраҡ ҡатламына килеп эләкһә, тейендәр, ертишкестәр, сысҡан һымаҡ кимереүселәр ашай. Ҡышҡы ваҡытта ла турғайҙарҙың үрсеү һәләте шыршының емеш биреүенә бәйле һәм уларҙың орлоғоноң яҡшы уңышы булған йылдарҙа ғына мөмкин. Ҡошсоҡтар һыуыҡтар осоронда үҫешкәнлектән, инә шыршы турғайы ояһында өҙлөкһөҙ ултыра, уларҙы йылыта, һәм ғаилә тураһында бөтә хәстәрлек тиерлек ата ҡошҡа төшә.
Шыршы һәм аҡ шыршы орлоҡтары сипылдаҡ, һайыҫҡан, тебейек, аҡбауыр турғай, ябай һәм һоро ҡыҙылтүш, мәскәү-һарытүше өсөн хас аҙыҡ. Улар орлоҡтарҙы тубырсыҡтарҙан сығара һәм суҡышана эләктереп иң яҡын ботаҡҡа алып китә, унда таҙарталар һәм ваҡлайҙар. Уларҙы шулай уҡ сел, суҡ турғай, баянғош, ҡарағай турғайы, ябай имән ҡошо ашай. Йәш шыршы үҫентеләре менән мышылар туҡлана - ылыҫы башҡа нәмәләрҙән тыш, ҡышҡыһын ҡиммәтле булған һыуҙы үҙ эсенә ала. Шулай итеп, шыршы һәм аҡ шыршы урманда йәшәгән төрлө йән эйәләренә йәшәү урыны, аҙыҡ та бирә.
Аҡ шыршы уртаса 100-150 йыл йәшәй, һирәк осраҡта 200 йылдан ашыу, ә тубырсыҡтары 60-70 йылдан ғына (асыҡ участкалағы ағастарҙа 30-сы йәшендә) барлыҡҡа килә. Уртаса ғүмер оҙонлоғо 250-300 йыл, орлоҡ биреүҙе 25-30 йыл үткәс башлай. Йыл һайын орлоҡ бирмәй. Аҡ шыршының мул уңышы яҡынса 5-6 йылға бер тапҡыр, шыршының 3-4 йылға бер тапҡыр була. Әммә яҙын һәр орлоҡ яңы үҫентеләр бирмәй. Уларҙың күбеһе ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә урманда көн итеүселәргә ярҙам итә. Ҡалған орлоҡтарҙан яҙын үҫентеләр барлыҡҡа килә һәм уларҙың артабанғы тормошо тулыһынса уларҙың ни тиклем уңайлы шарттарҙа үҫеүенә бәйле. Йәш шыршылар һәм аҡ шыршылар ағас сатырҙары ҡуйы булған, етерлек күләгәле урындарҙа ғына үҫә ала. Күпселек үҫентеләр беренсе ҡышлау алдынан эҫелектән һәм дым булмауҙан юҡҡа сыға, шуға күрә үҫенте өсөн беренсе йылда үләндән юғары күтәрелеү ҙур ҡаҙаныш.
Башта шыршы һәм аҡ шыршы бик әкрен үҫә, тәүге 10-15 йылда йылына бер нисә сантиметр ғына ала, әммә һуңынан улар күпкә тиҙерәк үҫә. Һыуыҡтарҙы һәм елдәрҙе еңеп, үҫентеләр яйлап гүзәл йәшел һылыуҡайҙарға әүерелә.
Яңы йыл байрамдары алдынан шыршы һәм аҡ шыршыларҙың байтаҡ өлөшө законһыҙ ҡырҡыла, был тәбиғәткә ҙур зыян килтерә. Тораҡ пункттар тирәһендә бындай ҡырҡыуҙар, бигерәк тә иң яҡшы йәш ағастарҙы ҡырҡҡанда, хатта тәбиғи яңырыу процесын боҙоуға килтерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә беҙҙең илдә шыршыларҙы утилләштереү системаһы үҫешмәгән. Яңы йыл байрамдарында өйөбөҙҙө бер нисә көн генә биҙәгән шыршы һәм аҡ шыршылар һуңынан йә сүп-сарға сығарыла, йә мәғәнәһеҙ яндырыла. Шуға күрә иң яҡшы вариант - байрам “ағасын” үҙ ҡулдарығыҙ менән яһау йәки яңы йыл символы сифатында бүлмә үҫемлектәре булараҡ үҫтерелгән ағас тоҡомдарын ҡулланыу.
Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығы Яңы йыл байрамдары алдынан ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыуҙан һаҡлау һәм яҡлау мәсьәләләренә иғтибар йәлеп итеү маҡсатында “Йәшә, Шыршы!” конкурсын үткәрә. Конкурс 20 ноябрҙән 22 декабргә тиклем дауам итә. Унда икенсел сеймалдан эшләнгән эштәр ҡабул ителә. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Конкурс положениеһының тулы тексы менән ҡурсаулыҡтың сайтында һәм социаль селтәрендә танышырға мөмкин.
Беҙ тәбиғәтебеҙгә, урмандарыбыҙға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә саҡырабыҙ. Урмандарыбыҙ урманда йәшәүселәр өсөн ҙур, матур һәм ышаныслы йорт булып ҡалһын!
Римма ЗАКИРОВА, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының матбуғат хеҙмәте.
Анастасия Степанищева фотоһы.