Быйыл һауа торошо арҡаһында иҫәп алыу бер аҙ һуңыраҡ үткәрелә: ноябрь ғәҙәттәгенән йылы булды, ә декабрҙә аномаль һыуыҡтар килде.
Бындай иҫәп эштәре ҡарҙағы эҙҙәр, һуҡмаҡтар, ағастарҙағы кимереүҙәр буйынса билдәләнә. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең иғтибары үҙәгендә ҡондоҙ, ҡама, йылға ҡомағы, шәшке.
Башҡортостанда ҡондоҙҙарҙың бөгөнгө популяцияһы - 1960 йылдар уртаһында республикаға климатҡа яраҡлаштырыу маҡсатында килтерелгән йәнлектәр тоҡомо, улар ҡурсаулыҡ биләмәһенә республиканың башҡа райондарынан килгән. Ҡондоҙҙар бик оҫта төҙөүселәр. Улар быуаларҙан, һыу юлдарынан, торлаҡ һәм запас һаҡлау урындарынан ярайһы уҡ ҡатмарлы комплекстар төҙөй. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөштә бөтә ғаилә ҡатнаша. Ҡондоҙҙар тирә-яҡ мөхитте әүҙем үҙгәртә, биологик төрлөлөктө арттырыу өсөн шарттар булдыра.
Ҡурсаулыҡтың тағы бер йән эйәһе - йылға ҡомағы. Ул бик теремек һәм шаян, шул уҡ ваҡытта бик уяу һәм һаҡ йәнлек. Ул күҙгә күренмәҫкә тырыша, ә йәйге осорҙа уның эҙен табыу бик ауыр. Ҡыш етеү менән уның эҙҙәре буйынса ҡурсаулыҡтағы популяция торошон баһалау мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Шулай уҡ ҡырағай тәбиғәттә шәшкене күреү бик ауыр. Был етеҙ, бик эшһөйәр йәнлек йылғалар, шишмәләр, күлдәр янында йәшәүҙе хуп күрә. Шәшкеләрҙең йәшәү майҙаны төрлө ҙурлыҡта, шуға күрә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренән был йөнтәҫ хайуандың һанын дөрөҫ баһалау өсөн тәжрибә һәм иғтибар талап ителә.
Йәнлектәрҙең йәшәү эшмәкәрлеге, уларҙың һаны һәм төрҙәре тураһында мәғлүмәт артабанғы анализ өсөн иҫәп маршруттары схемаларына индерелә. Йомғаҡлау мәғлүмәттәре ҡурсаулыҡтың төп китабына - “Тәбиғәт йылъяҙмаһына” индерелә.
Р. ЗАКИРОВА, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының матбуғат хеҙмәткәре.
Анастасия СТЕПАНИЩЕВА фотоһы.