Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Май , 16:47

Законһыҙ ағас ҡырҡҡан

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса тәфтиш бүлеге Межгорьеның 57 йәшлек кешеһенә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Законһыҙ ағас ҡырҡҡан
Законһыҙ ағас ҡырҡҡан

Былтыр, йыл аҙағында, Межгорье ҡалаһы буйынса бүлегенең ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре патруль маршрутында ҡулына ылыҫлы ағас тотҡан ирҙе күреп ҡала. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡала кешеһенән ағасты законлы һатып алыу фактын раҫлаусы документтар күрһәтеүен һорай, әммә улар уның ҡулында булмай.

Артабанғы тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә үҫкән шыршыны ҡырҡыуын асыҡлай. Урман фондына зыян суммаһы 10 мең һумдан ашыу тәшкил итә.

Межгорье кешеһе урманды законһыҙ ҡырҡыу буйынса енәйәт эше фигуранты була. РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 1-се өлөшө санкцияһы 500 мең һумға тиклем штраф, ике йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре йәки 200 мең һумға тиклем штраф менән ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү рәүешендә яза биреүҙе күҙ уңында тота. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, материалдар судҡа ҡарау өсөн тапшырылған.

Татьяна Яҡупова, район буйынса тәфтиш бүлеге начальнигы.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: