Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Июнь , 11:38

Законһыҙ балыҡ тотҡан

Белоретта патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ыуылдырыҡ сәсеү осоронда балыҡ тотоуҙы туҡтатты.

Законһыҙ балыҡ тотҡан
Законһыҙ балыҡ тотҡан
Браконьер тыйылған ысул менән балыҡ тотҡан. Биологик һыу ресурстарына килтерелгән зыян 12 мең һум самаһы тәшкил итә.
 
Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса хеҙмәт бурысын атҡарған саҡта Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Ағиҙел йылғаһы буйында балыҡсыны күреп ҡала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 июнгә тиклем республика биләмәһендә ыуылдырыҡ сәсеү менән бәйле балыҡты ярҙан ғына тороп ҡалҡыуыслы йәки һыу төбө ҡармағына тоторға рөхсәт ителә. Ир иһә “косынка” менән йыһазландырылған телескопик ҡармаҡ менән балыҡ тотҡан. Уның янында тотолған табыш та була, атап әйткәндә, төрлө тоҡомло 11 балыҡ.
63 йәшлек Белорет кешеһе ҡулға алына һәм тикшереү өсөн полиция бүлегенә килтерелә. Балыҡсы ғәйебен таный. Балыҡ тотоу ҡоралы һәм 11 мең һумдан ашыу зыян килтергән бөтә законһыҙ табыш тартып алына. Ҡала кешеһенә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 256-сы статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү бара.
Полиция биологик һыу ресурстарын законһыҙ тотҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы бар тип иҫкәртә. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексында балыҡсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 8.37 статьяһының 2-се өлөшө буйынса яуаплылыҡ ҡаралған, судноны һәм башҡа биологик һыу ресурстарын тотоу ҡоралдарын конфискациялау менән бергә 5 мең һумға тиклем административ штраф ҡаралған. Биологик һыу ресурстарын законһыҙ  тотҡан өсөн РФ Енәйәт кодексының 256-сы статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Был статья буйынса иң юғары яза - ике йылдан биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
Һыу ятҡылыҡтарында браконьерлыҡ осраҡтары тураһында полиция бүлегенә йәки 02 телефоны буйынса (102 - мобиль телефондан) хәбәр итә алаһығыҙ. 
 
Гүзәл ДРОНОВА, 
район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: