Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Сентябрь , 11:37

Акцияға ҡушылдылар

Белоретта полиция хеҙмәткәрҙәре һәм Эске эштәр министрлығы ветерандары “Йәшел Рәсәй” акцияһында ҡатнашты.

Акцияға ҡушылдылар
Акцияға ҡушылдылар

Рәсәй Эске эштәр минстрлығының район буйынса бүлеге биләмәһендә экологик өмә үтте.

Белорет полиция бүлегенең шәхси составы һәм пенсионерҙары һәр ваҡыт дөйөм ҡала өмәләрендә, йәшелләндереү буйынса акцияларҙа әүҙем ҡатнаша, эргә-тирәләге территорияны төҙөкләндерә. Улар “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик акцияһына ҡушылып, тирә-яҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш өлгөһө күрһәтте. Бер нисә емеш ағасы район буйынса эске эштәр бүлеге эргәһенә ултыртылды, бер нисә йылдан улар үтеп барыусыларҙы үҙҙәренең сәскә атыуы һәм йәшеллеге менән ҡыуандырыр.

Бындай акциялар үткәреү ҡаланы төҙөкләндереүгә һәм тәбиғәтте һаҡлауға граждандарҙың өлөшөн индерә.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: