Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Декабрь 2024, 17:13

"Яңы йылдан яңы проект буйынса эшләй башлаясаҡбыҙ"

Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов "РБК-ТВ" каналында тармаҡтағы йыл йомғаҡтары тураһында һөйләне һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

"Яңы йылдан яңы проект буйынса эшләй башлаясаҡбыҙ"
"Яңы йылдан яңы проект буйынса эшләй башлаясаҡбыҙ"

"2019 йылдан республикала "Экология"  дөйөм дәүләт проектына ярашлы,  80 мең гектар майҙанда урман тергеҙелгән, - тине министр. - Ултыртылған һәм ҡороған ағастар араһында баланс 111 процент тәшкил итте. Быйылға килгәндә, күрһәткестәр тағы ла юғарыраҡ: 13,5 гектар ҡороған һәм киҫелгән ағас булһа, 15,5 мең гектарҙа урман тергеҙеү эштәре башҡарҙыҡ.  Баланс - 114,8 процент.

Быйыл һауа торошо эшмәкәрлеккә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Ямғыр яуыуы арҡаһында йылғалар ташып, үҫемлектәрҙе баҫып киткән осраҡтар булды. Шулай ҙа ултыртылған урман культураларының 80 проценты үҫеп китте. Зыян булманы тип әйтә алабыҙ.

Ултыртыу материалдарына килгәндә, 2022 йылдан уларҙың 20 проценты ябыҡ тамыр системаһы үҫентеләре булырға тейеш, тигән талап бар. Беҙ был талапты үтәп киләбеҙ. Быйыл был күрһәткес планы арттырылып үтәлде -  23 процент. 1260 гектарҙа үҫентеләр ябыҡ тамыр системаһы менән ултыртылды. Киләһе йылдан талаптар ҡәтғиләнә - 30 процент буласаҡ.

Беҙҙә асыҡ грунтлы питомниктар селтәре ҙур - 65 дана. Көҙгө инвентаризация һөҙөмтәләре буйынса 50 миллион үҫенте материалы сәселгән. Әле орлоҡ йыйыу бара. План 3 тонна ине, бөгөнгә 3,5 тонна йыйылған. Улар сәсеүгә әҙер. Теплицалар селтәрен киңәйтәсәкбеҙ. Һәр ҡуртымсы ситтән орлоҡ эҙләп йөрөмәһен, үҙе эшләгән урмансылыҡтанала алһын тип тырышабыҙ. Был йүнәлештә эштәр бара.

Республикала 2,5 мең ер фонды арендаторы эшләй. Төп эшмәкәрлеге рекреацияға бәйле. Был - урмандарҙы ял, туризм өсөн ҡулланыу. Быға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса туристик тармаҡҡа ярҙам саралары, гранттар алыу ҙа булышлыҡ итә. Артабан килешеүҙәр һаны буйынса ауыл хужалығы килә. Нигеҙҙә, был умартасылыҡ, башҡорт балы бренды менән бәйле. Ағас әҙерләү йүнәлешендә 230-ҙан ашыу килешеү төҙөлгән. Был маҡсатҡа 1,5 миллион гектар урман тапшырылған.


Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн аукциондар үткәрәбеҙ. Быйыл бер миллион кубометр ағас һатыуға ҡуйылды. 30 проценты һатылды. Аҙ түгел. Был, нигеҙҙә, логистикаға бәйле. Аукциондар аша бюджетҡа, дөйөм алғанда, 80 миллион һумдан ашыу аҡса индерҙек. Республика бюджетына 55 миллион һум аҡса индерелә. Бөтә тармаҡ буйынса әйткәндә, Рәсәй бюджет системаһына - 900 миллион һум, республиканыҡына 400 миллион һум инәсәк. Беҙ был планға артыҡ үтәйбеҙ.

2017 йылдан урман фонды контроле космик мониторинг ярҙамында алып барыла. 2018 йыл менән сағыштырғанда, законһыҙ әҙерләнгән ағас күләме ике тапҡырға кәмене. Былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл 25 процентҡа кәмерәк. Инспекторҙарҙың матди-техник базаһын яңырттыҡ. 100-ҙән ашыу патруль автомобиле, квадроциклдар, ҡаргиҙәрҙәр һатып алдыҡ.

Урман янғындарына килгәндә, 16 пилотһыҙ аппарат алыуға контракт төҙөлгән. Беҙ федераль проект буйынса 900-ҙән ашыу техника, йыһаз, инвентарь һатып алдыҡ. Был урман янғындарынан һаҡлаусыларҙы 100 процентҡа йыһазландырырға мөмкинлек бирҙе. Видеомониторинг системаһы эшләй, тағы ла 10 камера ҡуйыласаҡ.

Ебәк ҡортона ҡаршы биш йыл көрәштек. Быйыл да 16 районда 190 мең гектар урман эшкәрттек. Киләһе йылда бындай эшкәртеү кәрәк булмаясаҡ.

Был йыл "Экология" дөйөм дәүләт проекты өсөн һуңғы йыл булды. Киләһе йылдан "Экологик именлек" тип аталған яңы дөйөм дәүләт проекты старт ала. Яңы йылдан яңы проект өҫтөндә эшләй башлаясаҡбыҙ, шул иҫәптән "Урманды һаҡлау" федераль проекты буйынса эш дауам итәсәк".

Автор:
Читайте нас: