Яҙғы экологик өмәләргә ҡала предприятиелары, эшҡыуарҙар, идара итеүсе компаниялар, белем биреү йорттары һәм башҡалар ҡушылып, үҙҙәренә беркетелгән биләмәне тәртипкә килтереүҙе дауам итә.
Көн һайын автосаңһурғыстар юлдарҙағы бысраҡты һәм саңды, тракторҙар юл ситтәренә йыйылған сүп-сарҙы таҙарта. Техникалар өмәләрҙә йыйылған, сүп-сар һалынған тоҡтарҙы махсус урынға ташый, ҡоро ботаҡтар һәм ағастар ҡырҡыла,
эскәмйәләр, урналар, ҡоймалар ремонтлана һәм буяла, парктар, скверҙар, ял итеү урындары тәртипкә килтерелә.
“РСУ ДОР” идаралығы эшселәре лә көн һайын ҡала урамдарын тәртипкә килтерергә сыға.
- Бөгөнгө көндә 25-тән ашыу эшсенән торған 3 бригада эшләй. Шулай уҡ 2 трактор, 2 ГАЗель, 1 УАЗ автомобиле һәм 1 юл йыуыу-саңһурҙырғыс бар. Барлыҡ эштәр планға ярашлы атҡарыла.
Әле Геройҙар аллеяһында ҡойманы буяу эштәре бара. Унан һуң эскәмйәләр һәм урналарҙы матурлаясаҡбыҙ, - ти мастер Евгений Манагаров.
“Ҡыштан һуң ҡалала сүп-сар күп, ҡала халҡын ихаталарҙы таҙартыуға етди ҡарауҙарын, ә сауҙа нөктәләре хужаларын эргә-тирәләге биләмәләрҙә тәртип урынлаштырыуҙарын һорайым”, - тип мөрәжәғәт итте "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә муниципаль район хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Хәкимов.
Район-ҡаланы тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү эштәрендә барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡырабыҙ!