Экология
13 Августа , 11:37

Ҡағыла селбәрәләр ебәрелде

Экологик акция.

Ҡағыла селбәрәләр ебәрелдеҠағыла селбәрәләр ебәрелде
Ҡағыла селбәрәләр ебәрелде

Ҡағы ауылындағы Ҡағы йылғаһына 7 августа 10 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелде.

Тәбиғәтте һаҡлау акцияһы “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан ойошторолдо. Экологик акцияла район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, “Салауат” йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев, Башҡортостандың “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Ҡағы ауыл хакимиәте башлығы Юрий Платонов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, рес- публика Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Айнур Кәримов һәм Динис Хызыров, “Башнедра” тау-геологик мираҫты, мәғарифты һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты, Башҡортостан Башлығының тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Әбйәлил районындағы “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мониторингы буйынса күҙәтеү советы ағзаһы Динир Әхмәтйәнов, күҙәтеү советы ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе, биология фәндәре докторы Василий Мартыненко, Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Волга-Кама идаралығы етәксеһе урынбаҫары Дамир Ишморатов, күҙәтеү советы ағзаһы, “Халыҡ фронты” төбәк штабы рәйестәше Морат Шафиҡов һәм башҡалар ҡатнашты.

Акцияны асыу өсөн һүҙ ваҡиғаның инициаторы, “Салауат” йәмғиәте директоры Таһир Тимербай улына бирелде:

- Бөгөн Ҡағы ауылында сағыу, күләмле экологик акцияға старт бирелде. Беҙ республикабыҙҙың иң матур урындарының береһендә яңы тормош барлыҡҡа килеүенең шаһиты булдыҡ.

Балыҡтарҙы тәбиғи мөхиткә сығарғанда, беҙ экологик акция үткәреп кенә ҡалмайбыҙ, республикабыҙ тәбиғәтен һаҡлауға ҙур өлөш индерәбеҙ һәм йылғаларыбыҙға яңы һулыш бирәбеҙ.

Бындай башланғыстар барыбыҙға ла тәбиғәтебеҙҙең даими иғтибарға һәм хәстәрлеккә мохтаж булыуын иҫебеҙгә төшөрөргә те- йеш. Экологик предприятие булараҡ, тәбиғәтебеҙ, төбәгебеҙ, республикабыҙ мәнфәғәтенә өлөш индерәбеҙ, тип ышанабыҙ.

Бындай саралар яҡшы йолаға әүереләсәк һәм киләсәктә даими үткәреләсәк. Сөнки һыу ресурстарын тергеҙеү - киләсәк быуындар алдындағы дөйөм бурыс.

Сарала ҡатнашыу- сыларға, беҙҙең ышаныслы партнерҙарыбыҙ - Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡҡа, “Главрыбвод” дәүләт вертикаль интеграцияланған ойошмаһына, шулай уҡ был проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ белгестәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тине ул.

- Был әһәмиәтле экологик акция беҙҙең районда тәүге тапҡыр үткәрелә. Ул районыбыҙ өсөн генә түгел, ә бөтә республика өсөн дә файҙалы. Сөнки Ҡағы йылғаһы Ағиҙелдең ҡушылдығы булып тора һәм күп райондар аша аға, шуға күрә уның һыуының таҙалығы туранан-тура төбәктең бөтә экологик системаһына йоғонто яһай.

Бындай башланғыстар изге йолаға әүерелер, тип ышанам. “Салауат” йәмғиәте менән берлектә райондың башҡа ауыл биләмәләрендә экологик акциялар үткәреү буйынса пландарыбыҙ бар. “Салауат” йәмғиәтенә тыуған тәбиғәтебеҙҙең яҙмышына битараф булмағандары өсөн айырым рәхмәт белдерәм. Был башланғыс уңышлы дауам итһен, сөнки бөгөн тәбиғәтебеҙ ысынлап та беҙҙең ярҙамға, иғтибарға мохтаж, - тине район етәксеһе Азат Салауат улы үҙ телмәрендә.

Башҡортостандың “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙ сығышында урындағы балыҡсыларға осраҡлы тотолған уҡбалыҡтарҙы кире ебәреүҙәрен һорап айырым мөрәжәғәт итте һәм балыҡ тотоу өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралғаны тураһында иҫкәртте.

Акцияның кульминацияһы - Ҡағы йылғаһына уҡбалыҡ селбәрәләрен тәүгеләрҙән булып ебәреү хоҡуғы Таһир Тимербай улына, Азат Салауат улына, Айрат Зиннәт улына, Зариф Закир улына һәм Рәсих Әғзәм улына бирелде.

Артабан балыҡтар махсус ҡоролма аша йылғаға ебәрелде. 3 грамм самаһы ауырлыҡтағы селбәрәләрҙе Пермь крайынан алып килгәндәр. Белгестәр билдәләүенсә, балыҡ алыҫ юлды еңел кисергән. Был урынды һайлау осраҡлы түгел: Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡ белгестәре тау йылғаһы Ҡағыла уҡбалыҡ үрсетеү өсөн идеаль шарттар - оптималь температура, көслө ағым һәм етерлек аҙыҡ базаһы булыуын раҫлай.

Акцияның маҡсаты - “батша балығы” популяцияһын тергеҙеү. Уҡбалыҡ бикре (осетр) ғаиләһенә ҡарай һәм ҡасандыр урындағы һыу ятҡылыҡтарында уңышлы үрсегән, әммә 1990 йылдарҙа браконьерҙар арҡаһында уларҙың һаны ҡыр- ҡа кәмей. Был төр балыҡ рес- публиканың Ҡыҙыл китабынан сығарылһа ла, уның популяцияһын әүҙем тергеҙеү зарур. Компания вәкилдәре уҡбалыҡтар Ағиҙел йылғаһында күпләп үрсей башлар һәм төбәктең дөйөм экологик системаһын яҡшыртыр тип өмөтләнә.

“Салауат” йәмғиәтенең был беренсе һәм яҡшы тәжрибәһе. Улар экологияны яҡшыртыу- ға ҙур инвестициялар яһай. Бынан тыш, предприятие даими рәүештә өмәләр, ярҙарҙы таҙартыу һәм социаль объекттарҙы йәшелләндереү буйынса акциялар үткәрә. Төбәктең һыу ресурстарын тергеҙеү буйынса оҙайлы стратегияның бер өлөшө булып торған был экологик акция артабан да дауам итәсәк.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас