Берҙәмлектә - көс

29 сентябрҙә "Күк ҡош" балалар уҡыу үҙәгендә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған түңәрәк өҫтәл уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Берҙәмлектә - көсБерҙәмлектә - көс
Берҙәмлектә - көс

Сарала район хакимиәте вәкилдәре, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, милли-мәҙәни берләшмәләр, йәмәғәт ойошмалары, дин әһелдәре ҡатнашты.  

Түңәрәк өҫтәл быйыл 15 июлдә Өфөлә үткән "Берҙәмлектә көс" республика форумына ярашлы ойошторолдо. Билдәле булыуынса, унда бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа халыҡтарҙың дәүерҙәр дауамында һаҡланған дуҫлығын нығытыуға һәм йәмғиәтте тарҡатыуға ҡаршы тороуға йүнәлтелгән Башҡортостан халыҡтарына мөрәжәғәт ҡабул ителгәйне.

Ҡалала уҙған сара ла муниципаль кимәлдә берҙәмлекте нығытыу тураһында фекер алышырға мөмкинлек бирҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар маҡсатҡа ярашлы алып барылған эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Айырыуса төрлө халыҡтарҙың йолаларына, милли үҙенсәлектәренә ихтирам, илгә тоғролоҡ, ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән проекттарға ҙур иғтибар бүленде.

Район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова Берҙәмлек йылы сиктәрендә ғәмәлләшкән масштаблы акциялар тураһында һөйләне. Һигеҙ ай эсендә мәҙәниәт йорттарында, китапханаларҙа, балалар сәнғәт мәктәптәрендә һәм ауыл клубтарында 600-ҙән ашыу сара уҙғарылған. Тотош район халҡын берләштергән “Изгелек һандығы”, “Дуҫлыҡ билбауы”акциялары иһә ысын мәғәнәһендә берҙәмлекте, уртаҡ көстө символлаштырған.

Мәғариф идаралығы методисы Лариса Әхмәтшина мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ошо йәһәттән алып барылған эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.  Белем биреү учреждениеларында йыл әйләнәһенә халыҡтар дуҫлығы темаһына арналған линейкалар, класс сәғәттәре үтә, Туған тел, Милли кейем көндәренә ҡарата йөкмәткеле саралар, акциялар ойошторола. Был тәжрибә йәш быуында кесе йәштән үк мәҙәни төрлөлөктө, гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғоһон аңларға, төшөнөргә ярҙам итә.

 Күпселек диндәрҙә бер-береңә ҡарата ихтирам, ғәҙеллек, сабырлыҡ, шәфҡәтлелек дөйөм әхлаҡи ҡағиҙә булып тора. Был нормалар төрлө милләт вәкилдәре араһында татыулыҡ, берҙәмлек өсөн ныҡлы нигеҙ ҙә. Белорет ҡалаһы һәм районы мөхтәсибе Йәмил хәҙрәт Ғарипов менән Изге Николай ғибәҙәтханаһы настоятеле отец Василий һүҙҙәренсә, бергәләп дини байрамдарҙы билдәләү, хәйриә акцияларында ҡатнашыу, мохтаждарға ярҙам итеү халыҡтар дуҫлығын нығытыуға, ғаилә ҡиммәтәрен һаҡлауға, әхлаҡлы быуын тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

 Йәмәғәт палатаһы рәйесе Айгөл Вәлиева, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Белорет районы буйынса социаль координаторы Татьяна Борисова махсус хәрби операция ветерандарына, яугирҙарға ярҙам күрһәтеүҙе, ирекмәнлек эшмәкәрлеген дә берҙәмлектең сағыу өлгөһө тип атаны.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар алдағы айҙарға, шул иҫәптән ноябрҙә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылын йомғаҡлауға әҙерлек сиктәрендә, уртаҡ проекттарҙы билдәләне. Үҫеп килеүсе быуын менән эшләүгә лә диҡҡәт ителде: ҡатнашыусылар фекеренсә, төрлө милләт балаларын райондың мәҙәни тормошона йәлеп итеү, берләштереү дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыуҙың мөһим инструменты булып тора.

Автор:Нэркэс Сулейманова