Өмәлә репрессия ҡорбандары балалары Риф Шакиров, Михаил Орлов һәм Рәшит Дәүләтбаев, Геннадий Шамиданов һәм Федор Малахов ҡатнашты. Улар 5 төп пихта ағасын ултыртты. Әүҙем йәмәғәтсе Риф Фәйзи улы әйтеүенсә, яҙ көнө обелиск янына улар 7 төп имән 3 ҡарағай ағасын ултыртҡан булған.
- Обелискты эшләп ҡуйыуыбыҙға өс йыл. Башта 6 төп ҡарағай ултыртҡайныҡ, әммә иртәгеһенә һыу ҡойорға килеүемә уны малдар ашап та ҡуйған ине. Шуға күрә, үҫентеләрҙе уларҙан һаҡлау өсөн башта тәгәрмәс эсенә ултыртабыҙ һәм өҫтөнә ҡуйған ағас таяуҙарҙы уға беркетәбеҙ. Был бик яйлы.
Обелиск янындағы ер бик балсыҡлы, шуға күрә сәскәләр үҫә алмай. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡала хакимиәтенә ҡара ер һорап мөрәжәғәт иттем. Йәнә киләсәктә Нура ҡасабаһынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлеген
яҙып, обелиск янына таҡтаташ ҡуйыу тураһында ла уйлайым, - тине Риф Шакиров.