Унда һәр кем үҙенең яҡшы һаҡланған һәм үҙе уҡып сыҡҡан китаптарын башҡалар ҙа уҡыһын өсөн китап фондтарына бүләк итә ала.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм почётлы кинематографисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Белорет районының Өфөләге “Артыш” яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәйес Исмәғилев тәүгеләрҙән булып беҙҙең акцияға ҡушылды. Ул Йөйәк ауылы китапханаһына 100-ҙән ашыу китап һәм журналдар бүләк итте.
- Башта Өфөләге китапханаларға йөрөп, ниндәй китаптар етешмәүе хаҡында белештем. Китапханасылар халыҡтың классик әҫәрҙәргә өҫтөнлөк биреүен һәм уларҙың етешмәүен белдерҙе. Шуға күрә, шәхси китапханамдағы үҙем яратып уҡыған китап-журналдарҙы Йөйәк ауылы китапханаһына бүләк итергә ҡарар иттем. Уларҙы китапханасы Рүзилә Ғилметдин ҡыҙы Йәнмырҙина шатланып ҡабул итеп алды. Уның әйтеүенсә, ауылда халыҡ көҙҙән алып яҙға тиклем китапхананан сыҡмай тиерлек. Ә күренекле башҡорт яҙыусыларының классик әҫәрҙәрен иһә ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Был ҡытлыҡты бүләк иткән китаптар тулыландырыр һәм ауылымда китап һөйөүселәрҙең тағы ла артыуына ышанам, - ти Рәйес Абрахман улы.
Йөйәк китапханаһы хәҙер Мостай Кәримдең “Өс таған”, “Помилование”, Ғайса Хөсәйеновтың “Батырҙар ҡиссаһы”, “Ил азаматтары”, Яныбай Хамматовтың “Юрғашты”, Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”, Степан Злобиндың “Салауат Юлаев”, Роберт Байымовтың “Сарсау”, Рәми Ғариповтың шиғырҙары һәм хаттары, Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!”, “Йәшәгән, ти, батырҙар” (әкиәттәр) кеүек китаптар менән тулыланды.
Хөрмәтле дуҫтар! Әгәр һеҙҙең өйөгөҙҙә күптән инде барлыҡ ғаилә ағзалары тарафынан уҡылған китаптар булһа, “Китап бүләк итегеҙ!” акцияһына ҡушылып, китапхана фондтарын тулыландырырға ярҙам итегеҙ.