Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Август , 17:08

“Яугирҙарыбыҙҙы бергәләп һаҡлайыҡ!”

Эшҡыуар Данис Йыһаншин -  махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк илебеҙҙә барған ваҡиғаларға битараф ҡалмаған һәм алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәребеҙгә туҡтауһыҙ ярҙам иткән актив кешеләрҙең береһе.

“Яугирҙарыбыҙҙы бергәләп һаҡлайыҡ!”
“Яугирҙарыбыҙҙы бергәләп һаҡлайыҡ!”

Һалдаттарға төнгө күреү приборҙарын, иң ҡатмарлы юл шарттарында ышаныслы булған “УАЗ-469” легендар совет джибын һатып алды, яралы һәм һәләк булған яугирҙарҙы эвакуациялау, боеприпастар һәм башҡа бурыстар өсөн ҡулланырға мөмкин булған “Анютка” арбаларын эшләп ебәрә һәм башҡалар. Яугирҙарға ярҙамға тотонолған дөйөм сумма күптән инде миллион һумдан ашып киткән. 

Данис Сәйетмырҙа улы даими рәүештә алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ менән бәйләнеш тота. Сираттағы гуманитар йөктө илткәндә, уға егеттәр дрондар талап ителеүе тураһында әйтәләр һәм ул ярҙам итергә вәғәҙә бирә.
 - Үҙем йыш ҡына алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙ янында булам. Һуңғы осрашыуҙа улар һағышлы күҙҙәре менән дрондар менән ярҙам итеүебеҙҙе үтенде. Сөнки дрондар тиҫтәләгән бурыстарҙы үтәй: урындарҙы разведкалай, артиллерия утына төҙәтмәләр индерә, алғы һыҙыҡҡа медикаменттар һәм кәрәкле әйберҙәр килтерә, урындарҙы минаһыҙландырыу һәм миналау, боеприпастарҙы ташлау менән шөғөлләнә. Һәм иң мөһим пункт - һалдаттарыбыҙҙың именлеген тәьмин итә, улар хәүефһеҙ урындан: окоптан йәки землянканан улар менән идара итә ала. Ә был бик мөһим, беҙгә уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы кәрәк.   


Командировканан ҡайтҡас та дрондар мәсьәләһен хәл итеү юлдарын эҙләй башланым һәм Магнитогорск ҡалаһынан махсус хәрби операция ветераны Андрей Кузовлев менән бәйләнешкә сыҡтым. Ул өс тапҡыр яраланғандан һуң, бер ҡулын юғалтҡан. Хеҙмәткә яраҡһыҙ булһа ла, бөгөнгө көндә Еңеүҙе яҡынайтыуҙы дауам итә, хеҙмәттәштәре өсөн гуманитар ярҙам йыйыу менән әүҙем шөғөлләнә. Тап ул “Анютка” арбаларын етештереүҙе яйға һалған.  Андрей алғы һыҙыҡтағы көнүҙәк ихтыяждарҙы ишетеп кенә белмәй, дрондарҙың бик кәрәк булыуын үҙ күҙҙәре менән күреп белә. Ул күргәҙмәләргә йөрөй, мәғлүмәт йыя. Уларҙы һатып алыу бик ҡиммәткә төшөүен, ә бына кәрәкле комплектлаусы модель булдыра алған патриоттарҙы, эш энтузиастарын табыу мөмкин, тип ҡарар итә һәм шундай кешеләр табыла ла. Улар Магнитогорскиҙа  уларҙы етештереүҙе яйға һала, “Буревестник” ғилми-производство берекмәһен аса, предприятиеның филиалдары тағы ла һигеҙ ҡалала барлыҡҡа килә. Хәҙер улар беҙгә лә ярҙам итергә әҙер. Төп шарт - бөтә йыйылған дрондар тик ышаныслы ҡулдарға ғына тапшырылырға һәм коммерция эшмәкәрлеге булмаҫҡа тейеш.

Беҙ Белоретта дрон етештереүҙе ойоштороуға аҡса йыя башланыҡ. Бер партияны эшләү өсөн 1 миллион һум аҡса талап ителә. Һатып алынған комплектлаусыларҙан йыйылған бер пилотһыҙ аппараттың хаҡы ни бары 30-40 мең һум тәшкил итә, ә завод хаҡы 250 меңдән 500 мең һумға тиклем. Әгәр беҙ һалдаттарыбыҙға ярҙам итергә теләһәк, гуманитар йөк йыйыуҙа төп көс тап дрон йыйыуға йүнәлтелергә тейеш. Күп кенә ойоштороу мәлдәрен үҙ өҫтөмә алырға әҙермен.

Ҡала хакимиәте уңайлы бина тәҡдим итте, улар ҙа беҙҙең был идеяны хуплай һәм ярҙам итергә әҙерҙәр. Дрон йыйыуҙа махсус белеме булған  егет менән Магнитогорск ҡалаһына барып, был эштең нескәлектәре менән танышып ҡайттыҡ.  Был эштәрҙе хатта бер кеше лә эшләй ала (дрондарҙы йыйыу, прошивкалау,  тикшереү, һынау). Комплектлаусы әйберҙәр беҙгә бер ай, хатта ике ай эсендә ебәрелә. Бының өсөн ай һайын кәмендә бер миллион һум аҡса кәрәк, ул саҡта беҙ дүрт аҙна эсендә 35 дрон йыйып, алғы һыҙыҡҡа ебәрә алабыҙ.

Әммә беҙгә финанс ағымы даими булһын өсөн аҡса йыйыуҙы ойошторорға кәрәк. Һәр тин эш өсөн тотонола, был минең яуаплылығым һәм беҙ мотлаҡ отчет биреп барабыҙ. 

Ни өсөн быны дәүләт түгел, ә беҙ эшләргә тейешбеҙ, тип күп фекер йөрөтөргә мөмкин. Әлегә бындай һүҙҙәр һөйләр ваҡыт түгел, яугирҙар көтөп тора алмай, унда һәр минут иҫәптә тора. Улар беҙҙән ярҙам һорай һәм беҙҙең именлегебеҙҙе һаҡлай. Ир-егеттәребеҙ алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәгәндә, беҙ тылда уларға ярҙам итеп, илебеҙ алдындағы бурысыбыҙҙы ҡайтара алабыҙ!

“Күмәкләгән - яу ҡайтарған” - беҙ был эште булыра алабыҙ. Бөгөнгө көнгә картаға килгән сумманы ябай кешеләр йыйған. Эйе, бәлки, улар “Wildberries”тан артыҡ әйбер һатып ала алмағандыр, әммә, үҙенекеләргә ярҙам итеп, изге эш эшләгән. 

Алдағы көндәрҙә бизнесҡа, ҙур предприятиеларға  шәхсән үҙем мөрәжәғәт итәсәкмен. Улар ярҙам итеүҙән баш тартмаҫ тип ышанам.

Әлеге ваҡытта был мәҡәләне уҡыған кешеләрҙең ситтә ҡалмауын һорайым. Бергәләп кенә беҙ яугирҙарыбыҙҙы һаҡлай аласаҡбыҙ, тимәк, фашизмды еңеп сығасаҡбыҙ! - тине Данис Йыһаншин.

Әлеге көндә, 19 авгусҡа ҡарата, йәмғеһе 1 036 933 һум аҡса йыйылған. Был 34 дрон тигәнде аңлата. Был изге һәм мөһим эшкә һәр кем ҡушыла ала. Аҡса күсереү өсөн Сбербанк картаһы иҫәбе: 4279060015596729. “Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итәм” билдәһен ҡуйырға. 

“Белорет - Еңеү ҡоштары” төркөмө телеграм каналда: https://t.me/beloretsk_fronty,  Ватсапта: https://chat.whatsapp.com/BconUEh8p697griEHTRhEW, Данис Йыһаншиндың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе: https://vk.com/danis_yaganshin. Уларҙа көн һайын отчеттар биреп барыла.

Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ!
 
 
--
Сатура Мингажетдинова

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: