Ҡатмарлы тормош шарттарында ҡалған балаларға тәртип һаҡсыларының мөнәсәбәте һәр ваҡыт үҙенсәлекле. Рәсәй Эске эштәр министрлығының һәр территориаль органына ниндәй ҙә булһа шефлыҡҡа алынған балалар йорто, приют, интернат йәки реабилитация үҙәге беркетелгән. Рәсәйҙең яңы төбәктәрендәге балаларҙы ла полиция хеҙмәткәрҙәре иғтибарһыҙ ҡалдырмай. 2022 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре унда гуманитар ярҙам менән 800-ҙән ашыу посылка ебәргән.
Быйыл яңы йыл байрамдары алдынан полиция хеҙмәткәрҙәре Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Рәсәй Федерацияһының махсус хеҙмәттәре менән берлектә йәнә “Изгелек посылкалары” хәйриә акцияһында ҡатнашты. Белореттан татлы бүләктәр Өфөгә тапшырылған да инде, унан берләштерелгән гуманитар йөк, азат ителгән биләмәләрҙә йәшәүселәргә ебәреләсәк.
Полиция хеҙмәткәрҙәре тәм-том менән тулы посылкалар балаларҙы ҡыуандырыр, уларға байрам кәйефе тыуҙырыр һәм Яңы йыл мөғжизәһе мөхитен булдырыр тип өмөтләнә.
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.