Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
9 Октябрь 2018, 11:09

Елдәй елде юртаҡтар

Башҡортто атһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Һабан байрамдарының иң күңелле күренеше - ат сабышы. Башҡорт батырҙарының айырылмаҫ дуҫы ла ат булған. Хәҙерге заманда кешелек “тимер ат”тарға күсеп бөтөп барған мәлдә лә, халҡыбыҙ йылҡысылыҡтан айырылмай. Ауылдарҙа ла хәҙер әллә күпме йылҡы өйөрөн осратырға була.

Бөгөн Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында ла ат ярыштары ойоштороу матур йолаға әйләнде. Башта бәйгеләр ауыл кимәлендә генә уҙғарылһа, хәҙер инде ул популярлыҡ яулап, ат сабыштарын яратыусыларҙы үҙенә туплаған үҙәккә әйләнеп бара. Әхмәр ауылының ат менән “ауырыусылары” ла башҡа райондарға сығып, үҙҙәрен һынап ҡарай. Баймаҡ, Әбйәлил һәм башҡа райондар һабантуйҙарында, махсус ойошторолған ат сабыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Районда күп йылҡы аҫраған һәм тап ошо өлкә буйынса үҫешкән ауыл булараҡ, әхмәрҙәр сараға ныҡлап әҙерләнде. Бәйгегә Айгиз Вәлиев, Әмир Йосопов, Рим Абдуллин, Эдуард Зәбиров шәхси хужалыҡтары аттарын сығарҙы. Ярышта шулай уҡ Сосновканан Зиннур Ғилфанов, Әбйәлил районы Айыуһаҙы ауылынан Илгизәр Ишбаевтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары әүҙем ҡатнашты.

Ярыштар Республикабыҙҙың үҙаллылыҡ яулауына 28 йыл тулыу уңайынан үткәрелде. Ярыштарҙы асыу тантанаһында ауыл старостаһы, тәҡдимдәрен, теләктәрен һәр ваҡыт үтәргә һәм ярҙам итергә әҙер Нажия Вәлиева сығыш яһап, ат спортының ҙур үҫеш ала барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, бәйгеселәрҙе һәм йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы.

Бәйгенең дә көсөргәнешле, мауыҡтырғыс буласағы алдан төҫмәрләнде. Алдынғылыҡты бирмәгән юртаҡтарҙың старт һыҙығына баҫыуы ярыштарға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне, уны мауыҡтырғыс тамашаға әүерелдерҙе. Һайлап алыуҙың тәүге заезында финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып Эдуард Зәбиров “Буян” ҡушаматлы атында үтте. Икенсе һәм өсөнсө булып “Толпар”ында Илмир Сәлимов, “Грант” ҡушаматлы атында Винарис Вәлиев килде. Икенсе һайлап алыу заезында ышаныслы еңеүҙе “Карат” ҡушаматлы атында Альфред Мөхәмәтйәров яуланы. Ат сабыштарында ҡатнашҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ, Әбйәлил ҡунағы Наталья Абдуллина финиш һыҙығын “Диуана”һында икенсе булып үтте. Винарис Вәлиев “Карат”ы менән өсөнсө булып килде. Финал ярыштарында иһә оҫта сабышыусы Наталья Абдуллина беренселекте ирегеттәргә бирмәне. Шулай итеп, I урын - “Диуана” менән Натальяла. II урында - Альфред Мөхәмәтйәров, III урында - Винарис Вәлиев. Эстафета ат сабышында әхмәрҙәр ҡунаҡтарҙан әҙгә генә ҡалышып, финишҡа икенсе булып килде. Ә Әбйәлил һәм Сосновка йыйылма командаһы беренселекте алды.

Ҡатай көрәше лә популярлыҡ яулай бара. Бәләкәйҙән ат өҫтөндә оҫта ултырған, Ботай ауылында үткән Ҡатай йәштәре йыйыны көрәшендә береһенә лә бил бирмәгән Винарис Вәлиев был юлы ла һынатманы. Илмир Сәлимов - II, Рәсүл Юлышыв III урындарҙы алды. Ҡыҙҙар ҙа ҡатай көрәшенең нескәлектәренә төшөнөп, көрәшеп ҡараны. Ҡыҙҙарҙың күрһәтмә сығышы барыһына ла оҡшаны. Еңеүселәр Дипломдар, аҡсалата бүләктәр менән билдәләнде. Ат спорт ярыштары ойошҡанлы үтте. Әхмәрҙәр ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алып, оҙатып ҡалды. Ауылдың уңған апайҙары аш-һыу әҙерләп, сарала ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы тәмле аштары, сәйҙәре менән һыйланы. Ярышты ойоштороусы Нажия Динислам ҡыҙы ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарына, бағыусыларға рәхмәтле.
Читайте нас: