Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
26 Октябрь 2018, 10:37

Шиғырҙары һаман тере

Ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханаһында уҡыусыларҙың Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” район китапхана конкурсы үтте.

Унда ҡала һәм район мәктәптәренән барлығы 19 уҡыусы шағирҙың шиғырҙарын һәм әҫәрҙәрен башҡорт һәм рус телендә яттан һөйләне. Уларҙың һәр ҡайһыһы ныҡлы әҙерләнеп килеүе, артислыҡ һәләте менән яҙыусының һәр һүҙен күңелдәргә еткерергә тырышыуы һоҡландырҙы. Сығыштарҙы “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры режиссеры Гөлнара Ғилманова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Зөһрә Үтәғолова, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Арлекин” театр студияһы етәксеһе Вероника Арбузова һәм “Живи ярко” гәзите мөхәррире, шағирә Анна Хисмәтуллина баһаланы.
Ике этаптан торған конкурста I-V кластар араһында I урын Арсен Ихсановҡа (ҡаланың 10-сы мәктәбе), II урын Яна Прохороваға (ҡаланың 10-сы мәктәбе), III урын Глеб Кузнецовҡа (18-се мәктәп) бирелһә, VI-VIII кластар араһында I урынды Жасмин Саидова (10-сы мәктәп), II урын Мәрхә Хаживәлиева (Тимер юл мәктәбе), III урын Иван Карпусь (18-се мәктәп) яуланы. Махсус приз менән Ангелина Тимохина (10-сы мәктәп), Ләйсән Шәрәфетдинова (Тимер юл мәктәбе), 10-сы мәктәптән Марат Ғабдрахимов һәм Мәрхә Шайпова бүләкләнде.
Читайте нас: