Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
13 Ноябрь 2018, 17:51

"СтройКА" ға килегеҙ, машина отоғоҙ!

4 ноябрь, байрам көнө ҡалала урынлашҡан “СтройКА” гипермаркеты һатып алыусылар араһында бишенсе тапҡыр лотерея уйынын ойошторҙо.

Был бишенсе тапҡыр үткәрелгән юбилей байрамына халыҡ айырыуса күп йыйылды. “СтройКА” гипермаркеты ҡалала өс йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, һатып алыусылар араһында 4 автомобиль отторҙо, халыҡтың иң яратҡан төҙөлөш тауарҙары магазинына әйләнде һәм клиенттары араһында хөрмәт, ихтирам яулап өлгөрҙө.
Юбилей проектына гипермаркет ныҡлап әҙерләнгән. Байрамға йыйылғандарҙы дөрөҫ туҡланыу “Right Bite” кафеһы төрлө тәмлекәстәр һәм ҡайнар сәй менән һыйланы. Магнитогорск ҡалаһынан саҡырылған “Баян-позитив” төркөмө дәртле музыка, йырҙар менән ҡыуандырҙы. Клоундар халыҡты көлдөрҙө лә, бейетте лә. Ата-әсәләре менән килгән балалар өсөн был көндө уйын майҙансығы эшләне. Кескәйҙәргә шарҙар, тәмлекәстәр бүләк ителде. Ә клоундар балалар менән төрлө уйындар уйнаны, фотоға төштө.
Байрамды күңелле һәм дәртле итеп алып барыусы лотерея уйынын асыҡ тип иғлан итте. Купондарҙы байрамға килгән балалар тартып сығарып торҙо, ә һатып алыусылар сертификаттар, төрлө төҙөлөш кәрәк-яраҡтары отоп һөйөндө.
Байрам көнөндә ойоштороусылар тарафынан 25 бүләк уйнатылды. Лотерея уйынында бер нисә тапҡыр бүләк отҡандар ҙа булды. Ә иң ҙур бүләк - тулы комплектациялы автомобиль Нива Шевроле кемгә эләгер һуң? Бына тантананың төп ваҡиғаһы - автомобиль уйнатыу ваҡыты етте. Юлиә исемле ҡыҙ купонды тартып сығарыу менән, алып барыусы 00803 һандарын иғлан итте һәм машинаға хужа ла табылды. Ҡалала йәшәгән Артур Хәбибуллин был бәхеткә эйә булды. Ул купонды тартып сығарған Юлиәгә лә 5 мең һум бүләк итте.
- “СтройКА”ға тауар һатып алырға йыш йөрөйөм, сөнки йорттар төҙөү менән шөғөлләнәм. Бында төҙөлөш материалдары сифатлы. Машина отоу минең өсөн ҙур һәм көтөлмәгән бүләк. Ошо көндәрҙә ҡатынымдың тыуған көнө, был автомобилде мин ҡатыныма бүләк итәм.
СКЛЯРОВ Кирилл Викторович, “СтройКА” проекты етәксеһе:
- Был проект бик уңышлы ла, отошло ла булып сыҡты. Лотерея уйынында ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл күпләп арта бара. “СтройКА” гипермаркеты Белорет ҡала-районында, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы халҡы араһында ла билдәлелек яуланы. Халыҡҡа тәҡдим ителгән тауарҙар ассортименты ла, башҡа төҙөлөш магазиндарына ҡарағанда, күпкә киң һәм бай. Шулай уҡ беҙҙең гипермаркетта төрлө акциялар, байрам һайын ташламалы хаҡтар, пенсионерҙар өсөн осһоҙораҡ хаҡтар билдәләнгән. Һатып алыусыларға уңайлы шарттар, яҡшы мөнәсәбәт булдырылған. Гипермаркетта үҙ эштәрен яҡшы белгән, һәр тауарға дөрөҫ аңлатма бирерҙәй профессионалдар эшләүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Клиенттарҙың һатып алған тауарҙарын өйҙәренә алып барып биреү ҙә ойошторолған. Әлбиттә, был проектты беҙ артабан да дауам итәсәкбеҙ. Киләһе йылда ла һатып алыусыларҙы тағы ла яҡшыраҡ һәм ҡыйбатыраҡ автомобиль менән ҡыуандырасаҡбыҙ. Беҙгә килегеҙ, беҙҙең менән бергә булығыҙ!
Читайте нас: