Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
6 Декабрь 2018, 19:25

Илһам һәм дәрт алып

Ҡала лицей-интернатында көн һайын тиерлек төрлө саралар үтеп тора. Уларҙың күптәре традицияға әйләнгән.

Ошо арала лицейҙа “Йөрәк һүҙе” бәйгеһе үтте. Был сараға халҡы, теле өсөн янып-көйгән, милләт киләсәгенә битараф булмаған башланғыс класс уҡыусылары, педагогтар, ата-әсәләр йыйылды. Бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Миңзәлә Миңлеғәлиева етәкселегендә әҙерләнгән был сараны өлкән пионервожатый Ғәлиә Хәсәнова алып барҙы. Өҫтәмә белем биреү педагогы Регина Фазлетдинова менән музыка уҡытыусыһы Олеся Басирова сараны техник һәм музыкаль яҡтан биҙәне. Башланғыс класс уҡытыусылары һәм тәрбиәселәр сараны уҙғарыуға күп көс һалды.
I-IX класс уҡыусыларынан тыш, бәйгелә өләсәйҙәр ҙә һүҙ тотто. 17 команда араһынан әсәле-ҡыҙлы Резеда һәм Гөлшат Абдуллиналар гран-приға эйә булды. I урынға әсәле-ҡыҙлы Дилә һәм Рәмилә Әбүталиповалар, Учалы районынан апалы-ҡустылы Сөмбөл һәм Ирхан Хәйруллиндар сыҡты. II урынды аталы-ҡыҙлы Нурания һәм Нурислам Абдрахмановтар, әсәле-уллы Зөлфиә һәм Айтуған Таһировтар бүлеште. III урынды әсәле-ҡыҙлы Рәсилә һәм Нәркизә Кашаповалар, Азалина Әғзәмова менән Артем Мәхмүтов яуланы. “Тамашасы һөйөүе” номинацияһына Аҙналынан Гөлшан Ғәйфуллина эйә булды.
“Йөрәк һүҙе”ндә сығыш яһаусыларға иҫтәлекле бүләктәр, Грамоталар тапшырылды.
Бәйгелә ҡатнашыусылар, тамашасылар күңелдәренә илһам һәм дәрт һалып, киләсәктә бындай сараларҙы өлкән кластар араһында ла уҙғарырға кәрәк тигән һығымта яһап таралышты.
Читайте нас: